Эстәлеккә күсергә

Ләм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ләм
Рәсем
 Ләм Викимилектә
Ярҙа ятҡан ләм

Ләм — ваҡ ярмалы йомшаҡ тау тоҡомо, һыу сығанаҡтары төбөнә ултырған органик һәм минераль матдәләр ҡатнашмаһынан хасил. Ләм тәбиғи шарттарҙа шыйыҡ, киптергәндә ҡаты есем үҙенсәлектәре ала. Күбеһенсә ваҡ фракцияларҙан тора: 30-50 проценты 0,01 мм-ҙан кәмерәк өлөшсәләрҙән тора.

Диңгеҙҙәрҙең һәм континенталь һыу ятҡылыҡтарының төбөндә (күл, быуа) ләм киң таралған, улар тау тоҡомдары ыуалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән(терриген, эзбиз, пелит, алеврит, алеврит-пелит ләмдәр), һәм шулай уҡ микроскопик ҡабырсаҡтар йәки диңгеҙ организмдары онтағынан тора (глобигерин, диатом, радиолярий, птеропод ләмдәр). Вулкан көлө менән байытылған ләмдәр ҙә айырып ҡарала.

Ҡайһы бер ләмдәрҙәге органик матдәләр (сапропель) тарҡалып, көкөртлө-водородлы ҡатнашма барлыҡҡа килә йә сереү процесы башлана (серек ләм).

Ләм бәйле ултырма тоҡомдар формалашыуының башланғыс стадияһы булып тора.

Ләм ауыл хужалығында ашлама булараҡ йәки компост өйөмдәре өсөн ҡулланыла.

Ҡайһы бер ләм (күл, быуа, лагуна) ашлама булараҡ ҡулланыла һәм йорт хайуандарына минераль матдә сығанағы итеп бирелә, шулай уҡ медицинала файҙаланыла (шифалы ләм.

Гавандәрҙә һәм фарватерҙарҙа ләм күбәйеү суднолар хәрәкәтенә ҡамасаулыҡ тыуҙыра, шуның өсөн дамбалар ҡорола йәки йылғаларҙың төбөн тәрәнәйтеү эштәре үткәрелә.

Башҡортостанда шифалы ләмдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шифалы ләмдәр республиканың бер нисә районында шифаханаларҙа дауалау өсөн ҡулланыла.