Асы (шифахана)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асы
Урал
Фотография
Асы шифаханаһы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Курорт регионы

Башҡортостан Башҡортостан

Яҡындағы ҡала

Өфө (180 км)

Асылған

2001

Йүнәлеше

бальнео-терапия

Эшләгән ваҡыты

йыл әйләнәһенә

Яҡындағы аэропорт

Өфө (аэропорт)

Өҫтәмә мәғлүмәт
Минераль һыу

«Асы минераль сығанаҡтары»

Климат

уртаса-континенталь

Адрес

Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Асы

Официальный сайт

Асы́ (башҡ. Асы) — Башҡортостандың Белорет районында урманлы зонала урынлашҡан бальне-терапевтик тау яны шифаханаһы. Асы ауылында, Өфөнән 180 саҡрым алыҫлыҡта, Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан[1]. Диңгеҙ кимәленән бейклеге — 220 м.

Шифахана эргәһендә «Асытау» саңғы трассаһы бар[2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шифахана 2001 йылда асыла. Дауалау-һауыҡтырыу корпусы архитектор Кирайдт Рудольф Иванович проекты буйынса төҙөлгән.

Ауыл атамаһы башҡортса «әсе» йәки «асы» тигәнде белдерә, был иһә ерле халыҡтың һыуҙы дауалау өсөн файҙаланғанлыҡтары тураһында һөйләй. Ауыл кешеләре был һыуҙы элек-электән ашҡаҙан ауыртҡанда ҡулланған, шулай уҡ аяҡ-ҡул, быуындар һыҙлағанда ванналар ҙа яһағандар.

Асы минераль сығанаҡтары тураһында беренсе булып академик Ф. Н. Чернышев (1889 йыл) яҙып сыға. Ике йылдан һуң, Белорет больницаһы табибы Эрман һыуҙы анализдар өсөн Берлин университетына (1901 й.) ебәрә. Үҙенең химик составы буйынса Асы һыуы Германиялағы билдәле Киссенгон сығанаҡтары һыуына яҡын булыуы асыҡлана.

Һыу «Асы» сауҙа маркаһы аҫтында шешәләргә ҡойола[3]. Әлеге ваҡытта Асы минераль сығанаҡтары федераль кимәлдәге гидрогеологик тәбиғәт һәйкәле булараҡ танылыу алған[4].

1999 йылда Асы минераль сығанаҡтары базаһында «Асы» шифахана комплексын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә[3].

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғинуар айындағы уртаса температура — 15,7°С. Йәй йылы — июлдә уртаса температура +17,4°С. Йыллыҡ яуым-төшөм кимәле яҡынса 582 мм. Йыллыҡ уртасы һауаның шартлы дымлылығы — 75 процент[3].

Дауалау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Асы»

шифаханаһы

Төп медицина профиле — һөйәк-мускул, тире, нервы системаһы ауырыуҙарын дауалау. Башҡа йүнәлештәре: аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы, ҡан әйләнеше системаһы боҙолоуы[1].

Дауалау факторы: минераль һыу, шулай уҡ: тауҙың саф һауаһы, тайга, матур пейзаж.

Тоҙло йылға ҡоҙоғоноң минераль сығанаҡтары һул яҡ ярҙа урынлашҡан. Уларҙан ни бары 2 саҡрым алыҫлыҡта 17 сығанаҡ бар, шуларҙың 14 — минераль сығанаҡ. Минераль һыу ике төрлө: аҙ минераллы (2.3-2.4 г/куб. дм) сульфатлы-хлоридлы натрий составлы һыу, уны эсеп дауаланалар; юғары минераллы (18.8 г/куб.дм) хлоридлы натрий составлы һыу бальне-дауалау өсөн ҡулланыла[1]. Аҙ минераллы һыуҙың температураһы — Цельсий буйынса 15 градус, юғары минераллы һыуҙыҡы — 8[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]