Ҡарағай күл (һаҙлыҡ)
Ҡарағай күл | |
---|---|
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Майҙаны | 16 га км² |
Ҡарағай күл (рус. Сосновое озеро) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы биләмәһендәге шул уҡ исемле күлде (оҙонлоғо яҡынса 240 м, киңлеге 200 м) үҙ эсенә алған күл‑һаҙлыҡ комплексы.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дыуан ауылынан көньяҡ- көнбайышҡа табан 2,8 км алыҫлыҡта ята. Был урын 16 га майҙанды биләй. Ул рәсми рәүештә күл-һаҙлыҡ комплексы тип йөрөтөлә. Комплексҡа шулай уҡ ошо исемдәге күл дә инә. Күлең оҙонлоғо яҡынса 240 метр, киңлеге 200 метр тирәһе. Аҫҡы пермдың көңгөр ярусы тоҡомдарынан (ангидрит, гипс, доломит һ.б.) тора, карст киң таралған.Әй йылғаһы бассейынына ҡарай.
Ландшафт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ландшафы ҡарағай‑шыршы, йәшел мүк һәм һаҙ мүге үҫкән урмандарҙан, күрән баҫҡан ҡайынлыҡтарҙан һәм болондарҙан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре осрай: инглиз һәм түңәрәкъяпраҡ ысыҡ үләне, таплы кәкүк ситеге, һаҙ мүк еләге. Табан балыҡтар йәшәй, өйрәктәр оя ҡора.
2005 йылдан Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сосновое озеро . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.ecorb.ru/271 2016 йыл 4 март архивланған.
- Мулдашев А. Ә. Ҡарағай күл (һаҙлыҡ) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.