Бишбүләк заказнигы
Бишбүләк заказнигы | |
Нигеҙләү датаһы | 1989 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Урын | Бишбүләк районы |
Бишбүләк заказнигы — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Михайловка ауылынан көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан, 1989 йылда һыуыр һәм башҡа һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоологик заказник булараҡ ойошторола[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бишбүләк заказнигының майҙаны 14,5 мең га тәшкил итә, территорияһының 29,2 процентын урман ҡаплаған. Әлшәй, Бәләбәй райондары сиктәре буйлап ул тар, йәки киң таҫма кеүек һуҙыла. Сиктәре: төньяҡта һәм көнсығышта — Бишбүләк районының административ сиктәре, көньяҡта һәм көнбайышта — Мәнәүез йылғаһының уң яры. Рельефы яйла һымаҡ, тәрән уйылған йылға үҙәндәре менән.
Флораһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказникта имән, йүкә, йыла, сағандан торған киң япраҡлы урмандар таралған. Битләүҙәрҙә ташлы далалар осрай. Территорияһында үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ҡаурый ҡылған, шырт төклө еҙүлән, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ һ.б.
Фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһында республикала иң эреләрҙән һаналған, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән, ике меңгә яҡын иҫәпләнгән һыуыр-байбаҡ колониялары урынлашҡан[2]. Һыуырҙар йырындарҙың һәм ҡалҡыулыҡтарҙың ҡояшлы битләүҙәрендә йәшәй. Улар зарарһыҙ һәм файҙалы хайуандар. Тик үҫемлектәр менән туҡлана. Ғүмерҙәренең күп өлөшөн тәрән өңдәрҙә ғаиләләр менән йәшәйҙәр. Ҡышҡа йоҡоға талалар. Һыуырҙарҙан тыш аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, бүре, дала көҙәне, ҡабан, ҡыҙыл төлкө, мышы, себер ҡоралайы, үр ҡуяны, һуҡыр сысҡан, һыуһар, ала күгәрсен, бөркөт, ҡыҙыл башлы сумғалаҡ, һоро өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Һуңғы йылдарҙа Белорет яғынан ала-сыбар болан миграцияһы күҙәтелә. Заказникта Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, һыуыр, ялман, һоро ағуна, өкө, орсоҡ йылан осрай. Йылғаларҙа Ҡыҙыл китапҡа индерелгән европа бәрҙеһе, йылға бағыры тереклек итә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2021
- ↑ Государственный заказник «Бижбулякский» 2021 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Государственный заказник «Бижбулякский» 2021 йыл 10 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бишбүләк заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Государственный заказник «Бижбулякский» 2021 йыл 10 май архивланған.