Эстәлеккә күсергә

Өҫән-Ивановка заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Республика әүәмиәтендәге «Өҫән-Ивановка» дәүләт тәбиғәт заказнигы
урыҫ Государственный природный заказник республиканского значения "Усень-Ивановский"
Төп мәғлүмәт
Майҙаны12 000 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты28 февраль 1991
Урынлашыуы
54°12′ с. ш. 54°21′ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
Республика әүәмиәтендәге «Өҫән-Ивановка» дәүләт тәбиғәт заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Республика әүәмиәтендәге «Өҫән-Ивановка» дәүләт тәбиғәт заказнигы

«Өҫән-Ивановка» заказнигы (рус. «Усень-Ивановский» заказник) — Бәләбәй һәм Дәүләкән райондары территорияһындағы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан дәүләт ботаника заказнигы (1991).

Өҫән-Ивановка заказнигы эре утраулы тотош урман менән ҡапланған Өҫән менән Илен йылғалары менән Асылыкүл араһында һыу айырғыс. Асылыкүл тәбиғи паркының бер өлөшөн биләй. Өҫән-Ивановка менән Ҡыҙрас ауылдары аралары, Гускарино һәм Веровка ауылдары аралары инә. Шулай уҡ уның территорияһына ике урман хужалығы — Мәтәүбаш һәм Өҫән-Ивановка урман хужалыҡтары инә[1]. Өҫән-Ивановка заказнигы 1991 йылда Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы урмандарының төп төрҙәрен һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Рельефы урманлы-далалы. Майҙаны далалары һәм туғайҙары менән ун ике мең гектар, 55 % урман биләй. Иң ҡиммәтле тәбиғәт объекты булып реликт ҡарағай урмандары тора. Бөгөнгө көндә заказникта төрлө йәштәге яһалма урман ултыртмалары, башлыса ҡарағас,ҡарағай ағастары үҫтерелә. Йылға ярҙары буйлап киң япраҡлы урмандар, япраҡлы-ҡарағай урмандары таралған.Өҫән менән Илен йылғаларының текә яр битләүҙәрендә күп йәшле ҡарағай ағастарын осратырға мөмкин. Оҙаҡ ваҡыт ҡырҡылған урман урынында япраҡлы-ҡарағай ағастарын йүкә,ҡайын, ҡарағас ағастары алмаштыра. Йылға үҙәне буйлап һуҙылған әрәмәләрҙә һоро ерек, өйәңке,ҡарама ағастары үҫә. Тәбиғәт комплексы һирәк осрай торған һәм юғалыуға дусар булған үҫемлектәргә бай.Ҡаурый ҡылған,өсҡалаҡ күк көпшә,һылыу ҡылған,Заллеский ҡылғаны, кәкүк ситеге (әҙрәс гөл), күксин үлән үҫә.Хайуандар донъяһы айырым өйрәнелмәгән, дөйөм алғанда, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының киң япраҡлы урманына хас булған төрҙәре йәшәй[1].

Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы заказнигы Асылыкүл бассейнында һыу һаҡлағыс һәм һыу ағымын көйләү әһәмиәтенә эйә булып тора. Шулай уҡ фәнни, урман тергеҙеү,эталон һәм тарихи әһәмиәте лә ҙур. Заказникты һаҡлау режимы булдырылған.
Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты 26 февраль 1999 йылдың Ҡарарына № 48 ярашлы тәбиғәт комплексында бөтә төр ҡырҡыу (һайланма санитар ҡырҡыуҙарҙан башҡа), айырым һаҡланған урман участкаларында урман культураларын ултыртыу, ер һөрөү,мал көтөү,мал көтөү лагерҙары төҙөү,төҙөлөш эштәре башҡарыу, тәбиғи байлыҡтар эҙләү,нефть сығарыу, мелиоратив эштәр башҡарыу тыйыла.
Халыҡҡа территорияла йөрөргә,еләк-емеш,бәшмәк йыйыу, бесән әҙерләү,ғилми эштәр алып барыу рөхсәт ителә[1].