Ирәмәл (тәбиғәт паркы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Ирәмәл» тәбиғәт паркы
урыҫ Природный парк «Иремель»
Төп мәғлүмәт
Майҙаны49 338 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты31 декабрь 2010 йыл 
Урынлашыуы
54°32′00″ с. ш. 58°50′20″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
«Ирәмәл» тәбиғәт паркы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
«Ирәмәл» тәбиғәт паркы

«Ирәмәл» — Башҡортостандың Белорет һәм Учалы районы биләмәләрендә, Силәбе өлкәһе менән сик буйында урынлашҡан тәбиғәт паркы. Ул өс блок-пост менән уратып алынған — Учалы яғынан, Белорет районының Николаевка ауылы һәм Силәбе өлкәһенең Төлөк ҡасабаһы яғынан[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 31 декабрендәге ҡарары менән 49 338 гектар майҙанда булдырылған.

Тәбиғәт паркы тәғәйенләнеше — тау-тундра, тайга урманы һәм һаҙлыҡ экосистемаларын, үҫемлектәр һәм йәнлектәрҙең һирәк төрҙәре популяцияһын һаҡлау; Көньяҡ Уралдың ҙур йылғалары инештәренең тотороҡло гидрологик режимын тәьмин итеү; көйләнеүсе туризм һәм ял итеүҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирәмәл тау массивы үҙ эсенә иң бейек түбәләр — билән менән бүленгән Оло һәм Кесе Ирәмәлде индерә. Әүәләк, Баҡҡан, Ямантау, Нәре, Нургуш һәм башҡа тауҙар һәм һырттар күренә[2].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк тулыһынса урман менән ҡапланған. Уның биләмәһендә һунар-промысла хайуандарының бөтә төрҙәре тиерлек йәшәй. Бында 553 төр юғары үҫемлек үҫә, йәғни Башҡортостандың бөтә флораһының сиреге, улар эсендә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән 57 төр, шуларҙың 15-е эндемиктар, ә 33-ө — реликт.

Шулай уҡ, ҡурсаулыҡ биләмәһендә 40-ҡа яҡын һирәк осраған һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған хайуандар төрҙәре осрай: осар тейен, ҡама, марал, ҡара ҡауҙы, аҡ һәм һоро ағуна, үлән тәлмәрйене, Европа бәрҙеһе, махаон, адмирал һәм башҡалар.

Туризм һәм ял[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер

Парк территорияһы биш зонаға бүленә:

  • Ҡурсаулыҡ. Туристарға инеү тыйыла.
  • Көйләү рекреация зонаһы. Туристик биләмә, дүрт маршрутҡа бүленә: Ҙур Ирәмәл, Бәләкәй Ирәмәл, Төлөк һәм Тығын һаҙлыҡтары. Бында туристарға йәйәүле, велосипедта һәм атта һыбай маршруттар тәҡдим ителә.
  • Рекреацион барыу зонаһы кемпинг һәм палатка лагерҙарына бирелгән. Бынан Ағиҙел йылғаһы сығанаҡтарына һәм Ҙур Ирәмәл тауына панорама асыла.
  • Тәбиғәт паркының хужалыҡ эшмәкәрлеге буфер зонаһы, унда ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары һәм ресторандар төҙөү планлаштырыла.
  • Ирәмәл һәм Көньяҡ-Урал дәүләт ҡурсаулығы араһында хайуандар миграцияһы коридоры.

Экскурсия маршруттары: Төлөк ҡасабаһынан, Яңы Хөсәйен ауылы, Байһаҡал ауылы, Николаевка ауылы Ҙур Ирәмәл тауы итәгенә килә.

Бөтә экскурсия маршруттары маркёр һәм уҡтар менән билдәләнгән, беседкалар, бәҙрәфтәр, усаҡтар, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар менән йыһазландырылған туристик туҡталҡалар бар. «Төлөк — Оло Ирәмәл итәге (йәйге)» экскурсия маршруты буйынса ҡунаҡ йорто бар. «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә «Байһаҡал», «Өс айыу» туристар приюты һәм «Ҡамҡа» ҡунаҡ йорто урынлашҡан. «Байһаҡал» туристар приюты Ағиҙел ярында, иң бейек армыты Ирәмәл тауы булған Әүәләк һырты итәгендә урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]