Эстәлеккә күсергә

Шайтантау заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шайтантау заказнигы
урыҫ Государственный природный зоологический заказник республиканского значения «Шайтантау»
Төп мәғлүмәт
Майҙаны30 500 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты2 июль 1971 йыл 
Урынлашыуы
51°47′17″ с. ш. 57°25′03″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Шайтантау заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Шайтантау заказнигы

Шайтантау заказнигы — һунар йәнлектәре, һирәк осраған хайуан һәм үҫемлек төрҙәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында ойошторолған төбәк әһәмиәтендәге дәүләт зоологик тәбиғәт заказнигы. Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан көнбайышҡа табан 32,5 км алыҫлыҡта Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә, Шайтантау тау массивында урынлашҡан[1][2].

Шайтантау заказнигы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 2 июлендәге 316-сы һанлы «Шайтантау дәүләт заказнигын булдырыу тураһында» ҡарары менән Хәйбулла урман хужалығының Үҫәргән урмансылығы базаһында ойошторола. Дөйөм майҙаны 30 500,0 гектар, тәбиғәт биләмәһе сигенә хужалыҡ ҡулланылышынан алынмайынса индерелгән ер участкаларының майҙаны 30 500,0 гектар, территорияһының 67,5 %‑ын урман ҡаплаған.

Заказниктың тәбиғәт комплексы имәнлек урман-далаһы менән ҡапланған, Һаҡмар йылғаһы киҫеп үткән Шайтантау массивын үҙ эсенә ала. Тау имәнлектәре төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәрен биләй, көньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре һырттарҙағы дала ҡыуаҡлыҡтары менән алмашыныусы ташлы дала менән ҡапланған. Болонло далалар йылғаның террасаһын биләй. Үҙәндәрҙә ерек, муйыл, тирәк әрәмәлектәре үҫә.

Заказник биләмәләрендә 60-ҡа яҡын имеҙеүселәр төрө йәшәй, шуларҙың 55 төрө — һунар йәнлектәре, шулай уҡ 190-дан ашыу ҡош төрө, Һөйрәлеүселәрҙең 5, ер-һыу хайуандарының 2, күбәләктәрҙең 138 төрө бар. Мышы, ҡабан, ҡоралай, айыу, төлкө, һеләүһен, бурһыҡ, һыуһар, Америка шәшкеһе, ҡама, йәтсә, йылға ҡондоҙо, аҡҡуян, Һуйыр, ҡор, сел, ҡурпысыҡ, һыу ҡоштары һаҡланырға тейеш. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәрҙән — мөншөгөр, ябай осар тейен, бөркөт, өкө, дала ҡара йыланы, һыу туҙбаш йыланы, йөклө күбәләк, махаон, подалирий, суфый сиңерткә, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ, йылға бағыры һәм башҡалар[1]. Башҡортостан Республикаһының һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән алтай етенүләне, Биберштейн тюльпаны, бүлбеле бесәй үләне, Гельм астрагалы, ике башаҡлы эфедра, ҡыя һуған, урал ҡәнәфере, шиңмәҫгөл, шифалы бесәй үләне, энәле ҡәнәфер һәм башҡалар үҫә[2].

Заказник ҡырағай хайуандарҙың хужалыҡ, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә ҡиммәтле төрҙәрен, шулай уҡ һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәрен, уларҙың йәшәгән мөхитен һаҡлау, үрсетеү һәм уларҙың һанын тергеҙеү һәм тәбиғи берләшмәләрҙең бөтөнлөгөн һаҡлау маҡсатында булдырылған. Заказник һунар йәнлектәре фаунаһы төрҙәрен, осар тейен, бесәнсе ҡомаҡ, һөҙһөт, күк ҡарға, ҙур көйөлдө, Бутлеров әберсен күбәләге кеүек хайуандарҙың һирәк осрай торған төрҙәрен һәм башҡаларҙы һаҡлай[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 Шайтантау. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  2. 2,0 2,1 Шайтантау заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.}
  • Позднякова Э. П., Богдан Е. А. Великовозрастная лиственница у д. Юлбарсово // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. – Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с.
  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан, отв. ред. АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413