Эстәлеккә күсергә

Асҡын заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асҡын заказнигы
урыҫ "Аскинский", заказник
Төп мәғлүмәт
Майҙаны16,600 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты20 июль 1963 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
56°01′20″ с. ш. 56°59′43″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Асҡын заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Асҡын заказнигы

«Асҡын» заказнигы (рус. "Аскинский" заказник) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоологик ҡурсаулығы. Хайуандарҙың һирәк төрҙәре популяцияларын, һунар йәнлектәрен тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1963).

Асҡын районы Ҡашҡа ауылы төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 саҡрым алыҫлыҡта Өфө йылғаһы уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 16,6 мең га, урман менән ҡапланған өлөшө 80 % тәшкил итә. Рельефы Сарс йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Көнгәк йылғаһы үҙәндәре менән йырғыланған яҫылыҡтан тора. Карст үҫешкән[1].

Миләш, әлморон, муйыл, айыу баланынан торған ваҡ ағаслыҡтары булған икенсел ҡайын-уҫаҡ, йүкә һәм төп ҡарағас-ҡарағай урмандары таралған. Ҡурсаулыҡта үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай, себер зигаденусы, таплы кәкүк ситеге, урал зыягөлө үҫә[2].

Хайуандар һәм ҡоштар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп һаҡланыусы төрҙәр: америка шәшкеһе, бүре, мышы, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, ябай төлкө, ябай һуҡыр сысҡан.

50 ашыу ҡош төрө: ала күгәрсен, бүҙәнә, ҡор, сел, һуйыр һ.б. йәшәй.

Ҡама, ҡушы өйрәк, һоро ағуна, боған, үлән тәлмәрйене, европа шәшкеһе, бәрҙе (хариус) Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ихтиофаунаһы балыҡтарҙың түбәндәге төрҙәренән ғибәрәт: суртан, алабуға, шырт балыҡ (ёрш), бөгәрсә йәки йоморо сабаҡ (елец), борош балыҡ (подуст), бәшкәләй йәки бәшкәләк (уклейка).

Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә[2].