Ҡуштау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡуштау
Ҡуштау. Көньяҡ битләүе.
Ҡуштау. Көньяҡ битләүе.
53°42′00″ с. ш. 56°05′00″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
РайонИшембай районы
Тау түбәһе бейеклеге374,5[1] м
Ҡуштау (Рәсәй)
Montanya.svg
Ҡуштау
Ҡуштау (Ишембай районы)
Montanya.svg
Ҡуштау

Ҡуштау (урысса Гора Долгая) — шихан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 18 км көнсығышта һәм Өфө ҡалаһынан 140 км көньяҡта тора. Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан. Ҡуштау ҙа ошо тирәләге башҡа(Торатау, Йөрәктау, Шаһтау) шикелле 2008 йыл — шорт-лист проектында «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» (Шихан булараҡ) билдәләнгән[2]

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 357 м. Тупраҡ өҫтөнән — 251 м. Ике ҡуш һырт формаһында, медиаль йүнәлештә төньяҡтан Көньяҡҡа һуҙылған. Оҙонлоғо — 4 км, киңлеге — 0,7 - 1,4км. Түбәләренең бейеклеге — 374,5 һәм 243,8.

Ҡуштауҙың көньяҡ битләүе ташлы дала. Битләүҙә араларында үҙән барлыҡҡа килтергән йомро арҡалар һуҙылған. Арҡаларҙың тупраҡтары ярлы һәм ташлы. Дала үҫемлектәре менән ҡапланған.

Тауҙың янынан көньяҡтан һәм көнбайыштан Ағиҙел йылғаһы бөгөл яһап аға. Яҡында ҡына Стәрлетамаҡтың «Шихан» ял йорто урынлашҡан. Көнсығышта «Ҡуштау» тау саңғыһы комплексы бар. Башҡа шихандар кеүек үк, Торатау Тропик диңгеҙҙә һуңғы палеозой риф массаларынан 230 млн йыл элек барлыҡҡа килгән.

Янындағы боронғо тораҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡуштау эргәһендә элек-электән кешеләр көн иткән. Археологик ҡаҙылмалар һөҙөмтәһендә унда Арҡайым менән замандаш булған, бронза быуатының аҙағына ҡараған артефактар табылған. Был мәҙәниәттең йәшәгән ваҡыты беҙҙең эраға тиклем 18/17 – 19/18 быуаттар (Евразийская металлургическая провинция позднего бронзового века — ЕАМП).

Ҡуштауҙың көнбайыш битләүе яғынан, тау итәгенән 600—700 м тирәһе алыҫлыҡта Ҡормантау мәҙәниәтенә ҡараған Ҡуш-Тау торағы табылған (бронза быуаты аҙағы — иртə тимер быуат башы археологик ҡомартҡыһы, беҙҙең эраға тиклемге 11—6 быуаттар). Кәҫле тупраҡ менән ҡапланған 1600 кв. м. майҙанды биләп тора.

Тауҙың көньяғында тағын бер Ҡуш-Тау торағы К. В. Сальников тарафынан асылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]