Мокрый овраг төбәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мокрый овраг төбәге — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 14 декабрендә ҡабул ителгән «Республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың махсус һаҡланыусы комплекслы төбәк тәбиғәт биләмәһе. Майҙаны — 79,1 га [1][2]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мокрый овраг төбәге Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы сиктәрендә Ыҡ йылғаһы үҙәненең көнсығыш битләүендә уның һул ҡушылдығы - Мораҙым ауылы менән Сухоречка аулы араһында Красный шишмә сиктәрендә урынлашҡан. Һәйкәлдең территорияһы Красный шишмә башынан алып Шумящий родник төбәгенә тиклем һуҙыла; Мокрый овраг төбәгенең сиге Сухоречка-Мораҙым юлына тиклем барып етә.

Бишбүләк районы Сухоречка ауылынан көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Кама йылғаһы бассейнындағы Красный шишмәһенең һәм уның ҡушылдығы Мокрый оврагтың үрге ағымында урынлашҡан. Ҡазан ярусы эзбизташтарынан тора. Рельефы убалы, йылға үҙәндәре менән йырғыланған. Красный шишмәһе тар йылға үҙәненән аҡҡан карст упҡынынан башлана һәм бәләкәй шарлауыҡ барлыҡҡа килтерә. Мокрый овраг шишмәһенең тамағында минераллашҡан Шумящий шишмә урынлашҡан, унан сыҡҡан юлдарҙың береһе каптажланған. Ландшафы тулыһынса өлгөрөп етмәгән карбонатлы һәм органоген-ҡырсынташлы тупраҡтағы далаларҙан, һоро урман тупрағындағы ҡайын һәм киң япраҡлы урмандарҙан тора. Шишмә битләүҙәрендә ҡоро болондар һәм петрофит далалар таралған, мүкле риофил берләшмәләр үҫешкән.

Флораһында 200-ҙән ашыу, шул иҫәптән 8 ҡылған төрө иҫәпләнә. Үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән яҡынса 15 һирәк төрө: татар майлуты (катран татарский) Коржинский ҡылғаны, һеңерсәле етен, турғай тимелеяһы, татар майлуты һ. б. үҫә, шуларҙың 7-һе (һылыу ҡылған, эре тәңкәғуҙаҡ, турғай ҡылғаны, һипкелле йомрогөл (шаровница крапчатая) һ. б.) Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән[3].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы далаларының эталон варианттары, шулай уҡ үҫемлектәрҙең һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәре һаҡлана.

Красный шишмәһендә йылға бағрыһы йәшәй[4].

Тыйыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- көтөү йөрөтөү тыйыла;

- төҙөлөш эштәре алып барыу;

- урман ултыртыу;

- төҙөлөш материалдары, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу;

- дарыу үләндәре әҙерләү

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 11.04.2018 йылдың 11 апрелендәге 161-се ҡарары — Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һәм һаҡ зоналарының режимдары һәм зоналарға бүлеү, хужалыҡты файҙаланыу режимын һәм территорияны зоналарға бүлеүҙе билдәләгән документтар.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

степной дендропарк Шингаккульский степной дендропарк. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).