Атыш (шарлауыҡ)
Атыш | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Белорет районы |
Йылға | Атыш |
Бейеклеге | 6 м м |
Атыш Викимилектә |
Атыш(Атыш-Сумған) — Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы ер аҫты шарлауығы. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Көньяҡ Уралдың туристарҙы йәлеп итеп торған күренекле урыны. Бейеклеге - 6 м[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белорет районында Ләмәҙ йылғаһының уң ярында, Елмерҙәк һырты армыттарында урынлашҡан.
Атыш йылғаһы туғай буйлап Атыш яланын үткәс, ҡаяға барып терәлә лә, ер аҫтына китә ( сума). Атама "Атыш йылғаһы сумған" тигәндән килеп сыҡҡан.
Атышсумған һәм Ағуй уҙған ер аҫты йылғалары (Атыштан төньяҡҡа табан 3 км һәм 1,5 км алыҫлыҡта йырынға инеп китәләр) ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән һыу ташҡыны, Ләмәҙ йылғаһы кимәленән 4 м бейеклектә урынлашҡан мәмерйәнән (бейеклеге 4,5 м, киңлеге 6 м) урғылып сыға.
Атыштың ер аҫтына сумған ере - 276 метр, сыҡҡан ере 174 м бейеклектә. Шулай итеп, дөйөм алғанда, йөҙ метр тирәһенә түбәнәйә.
Һикәлтәһе аҫҡы карбон тоҡомдарынан (эзбизташтар) ғибәрәт. Ҡая аҫтында барлыҡҡа килгән ҡаҙандан (диаметры яҡынса 20 м, тәрәнлеге 7 м) Атыш йылғаһы ағып сыға, унда ҡыҙыл балыҡ йәшәй. Ландшафтары ҡайын, йүкә, аҡ шыршы урмандарынан тора, 100 йәшлек имәндәр осрай.
Атыш-Сумғандың элекке йырҙалары барлыҡҡа килтергән атыш мәмерйәләре төркөмө бар: Дальняя, Нежная, Заповедная (Медвежья), Верхняя, Атышская, Сифонная һәм Атыш мәмерйәһе. Былар барыһы ла Атыш йылғаһының Ләмәҙ йылғаһына барып ҡушылған боронғо үҙәне булып тора.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Водопад Атыш на р Лемезе . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Викимилектә Водопад Атыш темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Атыш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- YouTube сайтында Водопад Атыш (рус.)
- Водопад Атыш — Наш Урал 2015 йыл 29 октябрь архивланған. (рус.)
- Водопад Атыш Справочная статья (рус.)
- «Атышская кругосвекта». Описание маршрута выходного дня. 2012 йыл 26 май архивланған. (рус.)