Танышһаҙ һаҙлығы
Танышһаҙ һаҙлығы | |
---|---|
Категория МСОП — Категория III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 23,8 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 7 июль 2009 йыл |
Урынлашыуы | |
55°53′23″ с. ш. 54°23′32″ в. д.HGЯO | |
Танышһаҙ һаҙлығы (рус. болото Таныч-саз[1][2]) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы биләмәһендә урынлашҡан ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2009). Һаҡлау зонаһының майҙаны — 23,8 гектар.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Танышһаҙ һаҙлығы Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы Ҡыҙғау ауылынан көнбайышҡа табан 1 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 7 июлендәге «Республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында» 259-сы ҡарарына ярашлы Танышһаҙ һаҙлығы ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[1].
Краснокама районының башҡа һаҙлыҡтарынан айырмалы рәүештә, Танышһаҙ һаҙлығында киптереү эштәре башҡарылмаған, шуға күрә ул ярайһы уҡ ҡиммәткә эйә. Хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең ерлектәге һәм һирәк төрҙәренең йәшәү урыны (һаҙ мунсағы, һаҙ мүк еләге осрай), шулай уҡ үҫемлектәрҙең һаҙ төрҙәренең күп төрлөлөгө бар.
Һаҙлыҡ башлыса ауыл хужалығы биләмәләре менән уратып алынған. Һаҡ зонаһы сиктәрен һүрәтләү:
- төньяҡтан — 55°53'34,94 (төньяҡ киңлек), 54°2'22,19 (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көньяҡтан — 55°53'23,91 (төньяҡ киңлек), 54°2'37,02 (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көнбайыштан — 55°53'17,92 (төньяҡ киңлек), 54°2'24,43 (көнсығыш оҙонлоҡ);
- көнсығыштан — 55°53'23,77 (төньяҡ киңлек), 54°2'3,32 (көнсығыш оҙонлоҡ).
Ағиҙел йылғаһының уң ярындағы киң һаҙланған үҙәнендә күсмә типтағы мезотроф һаҙлыҡ. Ситтә ҡамыш, тал-күрән, эре күрән, үҙәк өлөшөндә күрән-гипна, сфагнум-күрән, сфагнум-күрән, сфагнум-күрән-ҡайын эталон һаҙлыҡ үҫемлектәренең төрлө варианттары осрай.
Һаҡлау режимы 1999 йылдың 26 февралендәге 48-се һанлы Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положение менән билдәләнгән. Танышһаҙ һаҙлығында тыйылған эшмәкәрлек төрҙәре:
- һаҙлыҡ массивын киптереү;
- торф сығарыу;
- ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу;
- мал көтөү;
- бесән сабыу;
- мүк әҙерләү;
- үҫемлектәр йыйыу һәм әҙерләү;
- бысратыу, сүплектәр барлыҡҡа килтереү;
- Һаҙлыҡтың кибеүенә һәм үҫемлектәрҙең үҫеү шарттары насарайыуына килтереүе мөмкин булған һәр хужалыҡ эшмәкәрлеге.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Постановление правительства Республики Башкортостан от 07.07.2009 № 259 «О памятниках природы республиканского значения» .
- ↑ Постановление кабинета Министров Республики Башкортостан от 26.02.1999 № 48 «Об утверждении положений об особо охраняемых природных территориях в Республике Башкортостан» .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красная книга Республики Башкортостан. Т. 1. Редкие и исчезающие виды высших сосудистых растений. — Уфа: Китап, 2001. — 280 с.
- Кучеров Е. В., Мулдашев А. А., Галеева А. Х. Ботанические памятники природы Башкирии. — Уфа, 1991. — 144 с.
- Мартыненко В. Б. Болото Таныч-саз // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан 2023 йыл 21 ғинуар архивланған.. – Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с. — С. 241-242.
- Мулдашев А. А., Мартыненко В. Б. К охране редких видов растений болот в Республике Башкортостан // Известия Самарского научного центра РАН. — 2010. — Т. 12, №1 (5). — С. 1417-1420.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Болото Таныч саз . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).