Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙылъяр мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорет районында урынлашҡан Ҡыҙылъяр мәмерйәһендәге сталагнат
Ҡыҙылъяр мәмерйәһе
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Белорет районы
Мираҫ статусы тәбиғәт ҡомартҡыһы
Карта

Ҡыҙылъяр мәмерйәһе (рус. Кызылъяровская пещера) — атаҡлы спелеолог-ғалим Г. А. Максимович исемендәге мәмерйә, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Был тау ҡыуышы Уралдың — иң ҙур, Башҡортостан Республикаһының иң оҙон мәмерйәһе, боронғо протозерой ҡатламдарында барлыҡҡа килгән.

Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһенә инә.

Мәмерйә Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Инйәр ауылынан төньяҡҡа табан 22 км алыҫлыҡта Инйәр йылғаһы үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан.

Мәмерйә ауыҙы бәләкәй генә оҙонса түңәрәк, киңлеге 0,4 м, бейеклеге 0,8 м. Оло Инйәр йылғаһы үҙәненең уң яҡ битенең урта өлөшөндә, йылға кимәленең абсолют һаны 362 м тәңгәленән 13 м бейеклектә ята. Йылғаның даға рәүешле бөгөлгән урынында карст ҡатламында хасил булған[1].

Мәмерйә Минйәр свитаһы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Рәшәткә рәүешендә, лабиринттар хасил иткән. Оҙонлоғо 2217 м, киңлеге 3 м, бейеклеге 5,6 м, тәрәнлеге 13 м, амплитудаһы 25 м, майҙаны 6,8 мең м², күләме 30,6 мең м³.

Иҙәне балсыҡ менән ҡапланған, кальцит һарҡындылары һәм ҙур таш киҫәктәре өйөмдәре осрай. Стеналарында гелектит һәм кальцит кристалдары бар. Уйһыу урындарында һыу йыйылған. Ғәҙәттә яҙғы ташҡын ваҡытында һыу баҫа. Мәмерйәлә һирәк осрай торған быуа ярғанаты йәшәй[2].

Был мәмерйәлә сталгнаттар осрай.

Беренсе булып мәмерйәне Пермь гидрографик партияһы тикшереүсе-белгестәре өйрәнгән һәм уның уникаль ҡомартҡы икәнен асыҡлаған. 1965 йылдың 17 авгусында БАССР Министрҙар Советының № 465 ҡарары менән мәмерйәгә «Тәбиғәт ҡомартҡыһы» статусы бирелгән[3]

Статусына бәйле тыйыуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың 11 апрелендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 163-сө ҡарары менән территорияла хужалыҡ итеү режимы һәм зоналау билдәләгән. Мәмерйәлә һәм тәбиғәттән файҙаланыуҙа тыйылған ғәмәлдәр:

  • мәмерйәлә асыҡ ут ҡулланыу;
  • һарҡындыларҙан хасил булған сталактит-сталагмиттарҙы һындырыу;
  • мәмерйә үрнәктәрен алып сығыу;
  • территорияны ҡыйлау;
  • таштарға яҙыу;
  • тәжрибәле спелеологтар һәм махсус йыһаздар алмай мәмерйәгә инеү;
  • төҙөлөш материалдары алыу;
  • тәбиғәт ҡомартҡыһы торошона кире йоғонто яһарлыҡ теләһә ниндәй башҡа ғәмәлдәр[4].