Сабаҡай мәмерйәләре
Сабаҡай мәмерйәләре | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Сабаҡай мәмерйәләре — Сабаҡай ҡаяһындағы мәмерйәләр, комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы, 1965 йылдан Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе тип иғлан ителә[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ташауыл ауылы янында Йүрүҙәндең уң ярында, 3,5 саҡрымдан һуң, Сабаҡай (ҡайһы берҙә уны Сабаҡайташ тип тә атайҙар) ҡаяһы күренә. Унда мәмерйә-бойняларҙың тишектәре ҡарайып торғанлыҡтан, тышҡы йөҙө ҡәлғәне хәтерләтә. Бәләкәй ҡаяның урта өлөшө бик текә, башҡаларының итәгендә таш ишелә. Ҡая аҫҡы пермдең әртә ярусы эзбизташтарынан тора, Өфө яйлаһының көньяҡ-көнсығыш ситендә, Дыуан районы Ежовка ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Йүрүҙән йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Бер мәғлүмәт буйынса, Сабаҡай ҡаяһының бейеклеге — 70 метр самаһы, икенселәре буйынса 90 метр бейеклектәге ике баҫҡыслы текә ҡаянан ғибәрәт, унда Йүрүҙән кимәленән 40 м яҡын бейеклектә 146 м, 28 м һәм 17 метр оҙонлоғондағы 1-се, 2-се һәм 3-сө Сабаҡай мәмерйәләре урынлашҡан.
1-се мәмерйә геологик пластиналарҙың һынылышы нәтижәһендә барлыҡҡа килгән. Урыны менән стенанан иҙәнгә һыу һырҡып сыға, иҙәнендә күләүекттәр ята. Ҡышын стена өҫтө туңа. Ҙур булмаған боҙ массаһы йәй көнө лә һаҡлана. Икенсе мәмерйә - 28, өсөнсөһө 17 метр. Икенсе мәмерйә һәм ҡыуыш — ағым буйлап саҡ ҡына түбәнерәк урынлашҡан.
1930 йылда мәмерйәләрҙең береһендә ғалим А. Э. Линд неолит көнкүреш әйберҙәрен һәм хайуан һөйәктәрен тапҡан[2].
1965 йылдан алып Сабаҡай ҡаяһы мәмерйәләре төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә.
Элек ҡаянан түбәндә Сарапуловка ауылы торған, хәҙер уның урынында аҡлан ғына тороп ҡалған. Урмантауҙан Йүрүҙән йылғаһы буйлап ағас ағыҙғандар.
«Башҡортостандың археологик картаһы» китабына ярашлы, бында бер нисә археологик ҡомартҡы асылған:
- Сарапул торағы. Йүрүҙән йылғаһы уң ярының беренсе киртләсында, Сабаҡай тауының төньяҡ итәгендә, Сарапул бүлкәтенән 400 м көньяҡ-көнсығыштараҡ, тимер дәүеренә ҡараған керамика ҡалдыҡтары табылған.
- Сабаҡай тораһы һәм торағы. Сабаҡай мәмерйәһенең береһе 1969-70 йылдарҙа ҡаҙылған. Археологик ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәһендә мәмерйәлә таштан, һөйәктән һәм керамиканан эшләнгән әйберҙәр табылған. Табылдыҡтар төрлө осорҙарға: неолит, бронза һәм тимер дәүерҙәренә ҡарай.
- Ташауыл торағы. Йүрүҙәндең уң яр киртләсендә, Сабаҡай тауы аҫтында, урынлашҡан. Һәйкәлдең көньяҡ яғы ҡороп барған шишмә үҙәне менән сикләнгән, артабан 30 метр алыҫлыҡта Сабаҡай тауының текә битләүе башлана. Тораҡта тимер дәүеренә ҡараған шурф һалынған, ҡом ҡушылған бер нисә керамика киҫәге һәм ярсыҡ табылған.
Сабаҡай яҙыуы ла бар тигән фараз әлегә раҫланмаған.
Ә 2019 йылдың ноябрендә бында, Ташауыл ауылы янында, 6 метрлыҡ бәһлеүән ҡәбере табылыуы тураһында сенсацион яңылыҡ таралды[3].
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабаҡай мәмерйәләре тирә-яғы ландшафы һоро урман тупрағында һәм кәҫле-карбонатлы тупраҡта үҫкән ҡоро ҡарағай-ҡайын һәм ҡайын урмандарынан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республиканың ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: ысын кәкүк ситеге ҡарағусҡыл ҡыҙыл ҡандала үләне (дремлик), ҡыҙыл ойошһеркә (пыльцеголовник красный), һ. б. үҫә; ыласын-сапсан оя ҡора[4].
Кинола сағылышы һәм туризм объекты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле совет фильмы «Вечный зов» Көньяҡ Уралда, Сабаҡай ҡаяһында, төшөрөлгән[5].
Ҡаялағы үҙенсәлекле мәмерйәләр һәм Йүрүҙән йылғаһы бик күп туристарҙы йәлеп итә. Йүрүҙән йылғаһы буйлап Башҡортостандан ғына түгел, илдең төрлө өлкәләренән туристар йөҙөп төшә[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Информационно-поисковая система Уникальные геологические объекты России (геологические памятники природы). http://www.geomem.ru/ 2023 йыл 16 ғинуар архивланған.
С Семилеткин, Е Бодрякова, Е Борковая, З Крусанова, И Логачева, ЮП Ненашев, В Папчинская, О Ренева, Е Школьникова и др
- Федеральное государственное унитарное предприятие «Всероссийский научно-исследовательский геологический институт им. А. П. Карпинского» (ФГУП «ВСЕГЕИ»)
- Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II.
Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабаҡай мәмерйәләре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Пещеры в скале Сабакай 2023 йыл 19 ғинуар архивланған.
- Скала Сабакай и её пещеры
- Скала Сабакай. Русское географическое общество
- Скала Сабакай и ее пещеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сабаҡай мәмерйәләре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Пещеры в скале Сабакай 2023 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ Пещеры в скале Сабакай 2023 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ Скала Сабакай и её пещеры
- ↑ Скала Сабакай. Русское географическое общество
- ↑ Скала Сабакай и ее пещеры