Сабаҡай ҡаяһы
Сабаҡай ҡаяһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дыуан районы |
Бейеклеге/буйы | 90 метр |
Сабаҡай ҡаяһы — Йүрүҙән йылғаһы үҙәнендә, Өфө карст ҡатламының көньяҡ ситендә урынлашҡан ҡая. Ҡая административ яҡтан Дыуан районында, Сарапуловка ауылынан 2 саҡрым көнсығыштараҡ йәки Урмантауҙан 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.[1]
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая Әртә ярусының асыҡ-һоро эзбизташтарынан тора. Йылға үҙәненән 90 метрға күтәрелеп, текә ҡая барлыҡҡа килтерә. Ҡая, мәмейәһе һәм тирә-яғы геологик, геоморфологик, гидрогеологик, спелеология, археологик һәм геоботаник ҡиммәте менән әһәмиәтле. Геологтар өсөн Әртә ярусы ултырмаларының ҡеүәтле киҫелеше әһәмиәтле. Һыу аҫты ағымдары менән барлыҡҡа килгән мәмерйәләр Өфө яйлаһының тектоник тормошон һәм тотош Йүрүҙән рельефының барлыҡҡа килтереү этаптарын күрһәтә.
Спелеология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабаҡай ҡаяһында өс мәмерйә бар. Уларҙың береһе генә, дәүмәле менән барып күрергә яраҡлы. Уның оҙонлоғо 146 метр. Геологик пластиналарҙың һынылышы нәтижәһендә барлыҡҡа килгән. Урыны менән стенанан иҙәнгә һыу һырҡып сыға, иҙәнендә күләүекттәр ята. Ҡышын стена өҫтө туңа. Ҙур булмаған боҙ массаһы йәй көнө лә һаҡлана. Икенсе мәмерйә - 28, өсөнсөһө 17 метр. Улар айырыуса ҡыҙыҡлы түгел.[1]
Флора
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау битләүендә яңғыҙ ҡарағайҙар, ҡайындар, ҡарамалар үҫә. Урман ағастары башлыса түбәндә тупланған. Таштар араһында реликт үҫемлек - сүл борсағы үҫә, июндә тау бите һары сәскәләр менән ҡаплана. Июль аҙағында ваҡ зәңгәр сәскәле терпекәй үләне сәскә ата. Урыны-урыны менән кейәү үләне сәскә ата. Бында башҡа үҫемлектәр ҙә күп. Тау битләүенлә ҡыуыҡлыҡтарҙың 30-ҙан артыҡ төрөн осратырға мөмкин. Улар араһында: раузы сәскәлеләр ғаиләһенән сәнскеһеҙ ҡараған, гөлемеш ҡыуыҡтары. Таш араһында ҡороға сыҙамлы һөтлөгән, бажат, тимофеевка, ҡалған үләндәре үҫә. Ҡиммәтле дарыу үләне һары умырзаяны осратырға мөмкин.[1]
Археологик ҡомартҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо кешеләр ҙә ғәҙәти булмаған ҡаяға иғтибар иткән. 1930 йыллңда А.Э. Линд мәмейәләрҙең береһендә неолит дәүере көнкүреш әйберҙәрен һәм эшкәртелән хайуан һөйәктәрен тапҡан. Һуңыраҡ эш ҡоралдары, һауыт-һаба, керамика табыла. Был табыштар археологтар өсөн дә ҙур ҡиммәткә эйә.[2][3]
Ҡая нәфис әҙәбиәттә һәм туризмда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле совет фильмы «Вечный зов» Көньяҡ Уралда, Сабаҡай ҡаяһында, төшөрөлгән[3]
Ҡаялағы үҙенсәлекле мәмерйәләр һәм Йүрүҙән йылғаһы бик күп туристарҙы йәлеп итә. Йүрүҙән йылғаһы буйлап Башҡортостандан ғына түгел, илдең төрлө өлкәләренән туристар йөҙөп төшә. Сабаҡай ҡаяһына һәм мәмерйәләренә 1965 йылдан төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә.[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скала Сабакай. Русское географическое общество 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.