Эстәлеккә күсергә

Өфө яйлаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө яйлаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе
Карта

Өфө яйлаһы — Көньяҡ һәм Төньяҡ Урал алдындағы яйла. Башҡортостанда, Пермь крайында һәм Свердловск өлкәһендә Ҡариҙел йылғаһы бассейнында урынлашҡан, төньяҡтан көньяҡҡа табан яҡынса 265 километрға һуҙылып ята.

Яйланың бейеклеге — 350—450 м (иң бейек урыны — 517,9 м). Көнсығышта ул 100 м бейеклегендәге һикәлтә менән сикләнгән, көнбайышта яйла һөҙәк итеп түбәнәйә һәм Көнсығыш Европа тигеҙлегенә барып тоташа.

Ҡасандыр Өфө яйлаһы территорияһы океан төбө булған, шунлыҡтан ул күбеһенсә ултырмалы тау тоҡомдарынан тора. Геологик планда яйла карстланған, әҙ карстланған һәм бөтөнләйе менән карстланмаған ҡатлы-ҡатлы бәлеште хәтерләткән тау тоҡомдарынан тора.

Шулай ҙа Өфө яйлаһының төп тау тоҡомдары — һыу менән йыуылыусы эзбизташ. Яйла аша ағыусы йылғалар бик күп түгел. Иң төп, әһәмиәтлеләре — Ҡариҙел һәм уның ҡушылдыҡтары: төньяҡта — Әй, Сарс, Төй; көнсығышта — Әй, Бәрәшке, Йөрүҙән, Сей Кирзә, Яманйылға, Шарауар, Эҫем; көнбайышта — Байҡы, Өрөш, Иреш. Уларҙың ҡайһы берҙәре, миллион йылдар буйына яйланың тәнен ныҡ киҫеп инеп, тәрән каньондар барлыҡҡа килтергән.

Карст барлыҡҡа килгеү процесы ныҡ үҫешкәнлектән, Өфө яйлаһында даими инештәр осрамай, ә бары тик ҡар ирегәнлектән һәм ямғырҙарҙан хасил булған ваҡытлыса һыу ағымдары ғына бар. Барлыҡ һыу төрлө соҡорҙар һәм һыу батыштары аша ер аҫтына төшөп юғала. Ҡайһы саҡ йылғалар ҙа бөтөнләйе менән ер аҫтынан аға. Мәҫәлән, Яманйылға үҙенең башында бер нисә урында ер аҫтына төшөп китә һәм, бары тик 60 километр араны ер аҫтынан үткәс кенә, Ҡыҙыл шишмә булып ер өҫтөнә килеп сыға. Унан башҡа тағы ла Сәүле, Асҡан һәм башҡа йылғалар ҙа шундайҙарҙан.

Өфө яйлаһының барлыҡ киңлеге лә тәрән, ҡоро үҙәндәрҙән тора. Өфө яйлаһының үҙәндәре бер береһе менән тоташҡан. Элекке масштаблы урман эшкәртеү заманында был үҙәндәрҙә тар киңлекле тимер юлдары селтәре төҙөлгән булған.

Өфө яйлаһы киң япраҡлы һәм ҡара энәле ағастар үҫкән урмандар менән ҡапланған. Өфө яйлаһының мул урман байлыҡтары ХХ быуаттың беренсе яртыһында махсус йәшәүселәр көсө тарафынан күпләп, масштаблы рәүештә эшкәртелгән. 1990 йылға тиклем тар киңлекле тимер юлы менән Ҡыҙыл шишмә ауылы янына ағас ташылған.

Өфө яйлаһы территорияһында «Аскинский (Асҡын)», «Первомайский (Беренсе май)» заказниктары ойошторолған. Ҡыҙыл шишмә һыу сығанағы, Һыбаҡай ҡаяһындағы мәмерйәләр, Яманйылға һәм Сәрүә йылғалары тәбиғәт ҡомартҡылары булып һанала.