Эстәлеккә күсергә

Яманйылға (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яманйылға
Ҡыҙыл Ялан (Красная Поляна) ауылы янында
Ҡыҙыл Ялан (Красная Поляна) ауылы янында
Характеристика
Оҙонлоғо 47 км
Бассейн 721 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Ҡаратау һырты итәге (Көньяҡ Урал)
Тамағы Ҡариҙел
 · Урынлашыуы Яманйылға тамағы ауылы
 · Координаталар 55°25′22″ с. ш. 56°36′32″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010201212111100023728
Яманйылға (йылға) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
тамағы
Яманйылға Викимилектә


Яманйылға  — Нуриман районы биләмәһендә ағыусы йылға. Ҡариҙел ҡушылдығы. Оҙонлоғо 47 км. Бассейн майҙаны - [1] 721 км²

Атамаһы яман тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан[2].

Дөйөм оҙонлоғо 60 км, шуның 40 км ер аҫтынан аға. Дәүләт тарафынан һаҡлана.


Яманйылға аша күпер янындағы юлтаҡта
Тамағынан 16 километрҙа йылғаның ер өҫтөнә сыҡҡан урыны
Яманйылға тамағы. 2016 йыл
2016—2019 йылдарҙа Яманйылға тамағының үҙгәреүе.

Йылға бассейны көслө карст туҡланыуы ала. Йырҙаның карст ултырмалары төрлөсә: буранка һымаҡ, ҡаҙандар, упҡындар, срҡорло ямдар. Яр буйлап һыу аҡмаған йырындар, сағылдар, ҡоро үҙәндәр күп. Йылғаға бик күп ваҡ йылғалар, карст шишмәләре һәм күлдәре ағып төшә.

Тамағында өҫкө протрезой ҡомлоҡтары зонаһы үҫешкән. Башынан 8 км үткәс, карбонат тоҡомдары таралыуы зонаһына барып тоташа. Йылға ер аҫты йырҙаһына - карст каналына күсә. Ул 40 м тәрәнлектә ята.[3].

Артабан ул 40 км дауамында карст юлдарынан аға. Тамаҡҡа 16 км етәрәк ер өҫтөнә сыға. Яманйылғаға уң яҡтан Түбә шишмәһе ҡушылғас, һыу ҡапыл арта төшә.

Яр буйлап бер нисә кеше йәшәмәгән ауыл бар: Матур Аҡлан, Урау Йырын, Түбә һ.б. Ә Йылға тамағында урынлашҡан Яманйылға Тамағы ауылында кешеләр йәшәй.

Йылғаның хәҙерге торошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғаның тулылығы миҙгелдәрҙең нисек килеүенә бәйле. Яҙғыһын ул тулы һыулы була.

Йылғаның экологик хәле ҡәнәғәтләнерлек.

Һыуы механик һәм бактерицид яҡтан таҙартылып, ҡулланыу баҙарына сығарыла. Уның 1 литрҙағы составы түбәндәгесә:

  • Кальций 40 мг-дан артмай
  • магний — 20 мг-дан артмай
  • Тимер — 0,089 мг-дан артмай
  • Фтор — 0,53 мг-дан артмай
  • Калий — 0,19 мг-дан артмай
  • Селен — 0,01 мг-дан артмай
  • Көмөш — 0,023 мг-дан артмай
  • Дөйөм минераллылыҡ — 400 мг-дан артмай
  • Һыуҙың дөйөм ҡатылығы — 2,5 мг-экв артыҡ түгел
  • РН — 7,92
  • Ирегән кислород — 8,0 мг/дм³[3]
  1. «Река Яманелга (Яман-Елга)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд. Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989
  3. 3,0 3,1 Про воду (html). 3klucha.ru. — Статья о характеристиках воды реки Яман-Елга. Дата обращения: 11 ноябрь 2010. Архивировано 4 июль 2012 года. 2011 йыл 12 май архивланған.