Эстәлеккә күсергә

Һары умырзая

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары умырзая
Һары умырзая
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Adonis vernalis L., (1753)


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  18724
NCBI  46984
EOL  595629
GRIN  g:1505
IPNI  708156

Һары умырзая (рус.  Адо́нис весенний, лат. Adonis vernalis) — лютиктар ғаиләһенә инә, Адонис ырыуына ҡарай. Иртә яҙҙан сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үҫемлек; бал ҡорттары уның һеркәһен яратып йыя[1]; Лютик һымаҡтар (Ranunculaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50 см-ға етә ала. Апрель-май айҙарында һары сәскә ата, июнь-июльдә орлоғо өлгөрә.

Дала һәм урман-дала өлкәләрендә киң таралған. Шулай уҡ Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге ҡара тупраҡлы булмаған төбәктәрендә, Көнбайыш Себерҙә һәм Ҡырымда осрай. Ошо тәбиғәт зоналарынан ситтә һирәк; Германияла һәм Швейцарияла юғалыу ҡурҡынысы янай. II СИТЕС конвенцияһы II Приложениеһына индерелгән.

Һары умырзая ҡайын һәм имән урмандары ситендә, ҡалҡыулыҡтарҙың көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш биттәрендә, төрлө үләнле далаларҙа, далалы утындарҙа, ҡоро асыҡ дала битләүҙәрендә, ҡыуаҡтар, урман ситтәрендә, , бигерәк тә ҡара тупраҡта үҫә.

Үҫемлекте Башҡортостандың күпселек райондарында күрергә мөмкин. Тик Ҡалтасы, Яңауыл райондарында ул осрамай.

Ботаник һүрәтләмә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп йыллыҡ үлән үҫемлеге.

Тамырһабағы вертикаль, ҡыҫҡа, шнурға оҡшаған ҡара-һоро тамырлы.

Һабағы йомро, шыма, яланғас тиерлек, төҙ йәки бөгөлгән, ябай йәки бик ныҡ тармаҡлы түгел, ҡоро ботаҡлы. Ҡуйы япраҡлы ҡыҫынҡы һабаҡтарында сәскәләре башта 5-20 сантиметр оҙонлоғонда була, аҙаҡ 30-40 см тиклем оҙонлоҡҡа һуҙыла.

Япрағы киң йомортҡа формаһында, бармаҡһымаҡ телгеләнгән. Тамыр янындағы һәм һабағының аҫҡы өлөшөндәге япраҡтары һөрө төҫтәге ҡабыҡсалар формаһында. Һабаҡтағы япраҡтары ултырма, йәймәләре тар линиялы бүлгеләнгән, шыма ситле.Оҙонлоҡтары 1-2 миллиметр һәм киңлектәре 0,5-1 миллиметрға етә. Түбәнге япраҡтарының пластинкаһы 6-8 см киңлектә.

Сәскәләре һабаҡтың һәм ботаҡтарҙың осонда яңғыҙар урынлашҡан, эре, 40-60 (80) диаметрындағы, аҡһыл-һары төҫтә.

Каса япраҡсалары биш - һигеҙ, киң йомортҡа формаһында, йәшел, өҫкө яғы тупаҡ ҡыҫҡа һәм нәҙек төклө, 12-20 миллиметр оҙонлоҡта. Таж япраҡсалары 10-20, оҙонсай, кире йомортҡа формаһында, ваҡ тештәре бар, 25-34 миллиметр оҙонлоғонда.Һеркәстәре һәм емешлектәре бик күп. Апрель-май айҙарында япраҡтар барлыҡҡа килеү менән бер үк ваҡытта сәскә ата; төньяҡ райондарҙа июнь уртаһына тиклем сәскә ата.

Сәскә төҙөлөшө: [2] ([3])

Емештәре - күп сәтләүекле ҡоро емеш. 20 мм самаһы оҙонлоҡта, ваҡ 30-40 сәтләүектән тора, Сәтләүектәр кире йомортҡа формаһында, 4-5 миллиметр оҙонлоҡтағы, моронло, төклө, осо аҫҡа табан бөгөлгән, ырғаҡлы. 1000 сәтләүектәренең "орлоғоноң ауырлығы" 7-12 г.

Емештәре июндә - июлдә өлгөрә. Үҫемлектәрҙең бөтә өлөшө ағыулы.

Үлән составында йөрәк төркөмөнә ҡараған 0,07-0,15 процент гликозидтарҙың (цимарин, адонитоксин), адонивернит, сапонина, фитостерин бар.

Бынан тыш, үләндән сапониндар һәм спирттар бүленгән. Орлоҡтарҙа һәм тамырҙарҙа йөрәк гликозидтары бар; тамырҙарҙа кумарин табылған.

Адонис медицина ҡулланыуына рөхсәт ителгән. Дарыу сифатында ҡулланыу өсөн перспективалары ҙур. Дарыу өсөн үҫемлектең ер өҫтөнән 5-10 сантиметр бейеклектәге үлән өлөшө алына. Улар 50-60 градус температурала йәки күләгәле урында киптерелә.

Дауалаусы башланғыс булып карденолидтар төркөмөнә ҡараған кардиотоусы гликозидтар тора: строфантидин, адонитоксигенин, адонитоксол һәм строфадогенин тәбиғәтле органик матдәләр.

Уларҙың иң мөһиме - цимарин, К-строфантин-р, адонитоксин, К-строфантозид. Кардиотоль препараттары: һыуҙа төнәтмәһе(настой), ҡоро экстракт, адонизид (ампулах), Адонис-бр (драже) һәм башҡалар (драже), Бынан тыш адонис бер нисә комплекслы йөрәк дарыуҙары составына инә.

Һары умырзая йөрәк эшмәкәрлеген көйләүсе сара, шулай уҡ дөйөм седатив һәм бәүел ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Был препараттарҙыны ҡулланыуға төп күрһәткес булып йөрәк эшмәкәрлегенең хроник етешһеҙлеге һәм йөрәк неврозы тора.

Бынан тыш, бром менән бергә улар көслө нервы ҡуҙғыуы оарағында, йоҡоһоҙлоҡтан һәм эпилепсиянан тәғәйенләнә. Адонис препараттары йөрәк тибеүен һирәгәйтә, йөрәктең удар һәм минутлыҡ һуҡма күләмен арттыра.Сирлеләрҙең организмендә торғонлоҡ күренештәрен бөтөрә. Күпселек йәһәттән башҡа гликозидтарға ҡарағанда, үҙәк нервы системаһын тиҙерәк, яҡшыраҡ тынысландыра.

Адонистар препараттарҙың кумулятив үҙенсәлектәре көслө түгел, шуға күрә улар медицина практикаһында киң ҡулланыла.

Йөрәккә көс-ҡеүәт биреү һәләте һәм оҙайлығы буйынса улар уймағүләндән (наперстянка һәм строфанттан ҡалыша.

  1. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г. Д. Зайнуллина, 2001)
  2. Экофлора Украины = Екофлора України (укр.) / Відпов. редактор Я. П. Дідух. — Київ: Фітосоціоцентр, 2004. — Т. 2. — 480 с.
  3. Андреева, И. И., Родман, Л. С. Ботаника. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Колос, 2005. — С. 397. — 528 с. — ISBN 5-9532-0114-1.
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. — ISBN 5-295-01499-1