Талҡаҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Талҡаҫ
Талкас?
52°50′13″ с. ш. 58°15′14″ в. д.HGЯO
Көньяҡ ярынан иртәнге күренеш
Көньяҡ ярынан иртәнге күренеш
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 548,5 м
Оҙонлоғо 3,9 км
Киңлеге 1 км
Майҙаны 3,9 км²
Күләме 15,8 км³
Иң ҙур тәрәнлек 12 м
Уртаса тәрәнлек 4,5 м
Үтә күренеүсәнлеге 20 м
Ағып сығыусы йылға Шөгөр
Талҡаҫ (Рәсәй)
Blue pog.svg
Талҡаҫ
Талҡаҫ (Башҡортостан Республикаһы)
Blue pog.svg
Талҡаҫ
Commons-logo.svg Талҡаҫ Викиһаҡлағыста

Талҡаҫ — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге күл. Башҡортостандың Баймаҡ районында урынлашҡан.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл сөсө һыулы, тектоник сығышлы, уйымы тау араларының тарайған төбө. Ирәндек һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Түбә ҡасабаһынан 4 саҡырымда көньяҡ-көнсығышта ята. Аҫҡы ярында Иҫән ауылы бар. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары туғайлы һаҙлыҡлы, көнсығыш һәм көнбайыш яры текәрәк. Көнсығыш яғы ҡаялы, ерек, ҡайын, ҡарағас ағастары менән ҡапланған. Көнбайыш яғы ла урманлы, тик күпләп киҫеү арҡаһында ағастар бик һирәкләнгән. Шөгөр — Таналыҡ ҡушылдығы ваҡытлы һыу сығанағы булып тора. 1978 йылда Талҡаҫ күле тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде.[1].

Биоресурстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдә карп, һары балыҡ, суртан, алабуға, опто,густера, сабаҡ һ.б балыҡтар үрсей. Яр буйында ҡағараҡ, ҡарасабан ҡоштары оялай. Көнсығыш яры яғында 8-10 метр тәрәнлектә сапропель ятҡылығы бар. Ул балсыҡ менән кешеләр дауалана ала.

Рекреацион ресурстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыуының таҙалығы, сафлығы матур ландшафты Көньяҡ Уралдағы иң матур ерҙәр иҫәбенә керә. Һәм популяр ял итеү урыны. Уны «Урал ыныйһй» тип тә йөрөтәләр[2]). Күлдән 300 метр алыҫлыҡта «Талҡаҫ» шифаханаһы урынлашҡан (1931 йыл төҙөлгән)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Баймаҡ районы гербы Был Баймаҡ районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.