Ҡағараҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡағараҡ
Ҡағараҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ҡағараҡ һымаҡтар
Ғаилә: Ҡағараҡтар
Ырыу: Ҡағараҡтар
Төр: Ҡағараҡ
Латинса исеме
Gavia arctica
(Linnaeus, 1758)
Төрҙәштәре

Ауымбаҡ, урҙан, аҡбаш сыпҡай,
ҡолаҡлы сыпҡай, ҡара сыпҡай

  • Gavia arctica arctica
  • Gavia arctica viridigularis
Ареал
рәсем
     Ҡышлау урындары     Оя ҡороу арауығы
ITIS 174471
NCBI 57069
Gavia arctica

Ҡағараҡ[1] (лат. Gavia arctica) — ҡағараҡтар (Gavia) ырыуы вәкиле. Бүтән ҡағараҡтарға ҡарағанда йыш осрай.

Тышҡы ҡиәфәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағараҡ  уртаса ҙурлыҡтағы һыу ҡошо (ауымбаҡтан ҙур). Дөйөм 58-75 см, ҡанаттарының йәйеме 110-140 см. Ата ҡоштоң ауырлығы 2400-3349 г, ә инә ҡоштоҡо 1800-2354 г.  Бәкәл һөйәге ҡара, бармаҡтары һоро, йөҙөү ярылары һоро йәки алһыу. Күҙҙәренең төҫлө шекәрәһе йәш ҡоштоҡо көрән, өлкәндәренеке ҡара-ҡыҙыл. Кәүҙәһенең төҫө башҡа ҡағарағтарҙыҡы һымаҡ, ике төрлө: өҫкө яғы ҡара, ә аҫты аҡ.

Инә һәм ата ҡоштоң муйыны һәм башы көлһыу һоро төҫтә, маңлайы һиҙелерлек ҡарараҡ, тамағы һәм муйынының алғы өлөшө ҡарағусҡыл йәки йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара. Тамағының аҫҡы өлөшө арҡыры буй аҡ һүрәтле. Муйын яҡтарындағы ҡара нәҙек буй һыҙыҡлы һүрәттәр күкрәге яндарына күсә. Тәненең өҫкө йөҙө- ялтырауыҡлы ҡара, ҡырҙары һорғолт.  Арҡаһының алғы өлөшөндә һәм елкәләре тирәһендә шахмат һүрәте яһаған тура мөйөшлө аҡ таптар рәте күренә, ҡойроҡ өлөшөнә табан — ваҡ йомро аҡ таптар. Аҫҡы яғы ялтырауыҡлы аҡ, ҡойроҡ аҫтында арҡыры ҡара һыҙат бар. Ҡанаттарының аҫҡы өлөшө тәртипһеҙ ҡара һүрәтле аҡ төҫтә. Ҡаҡҡыс һәм ҡойроҡ ҡауырһындары һорғолт ҡара.

Ҡышҡы "кейемдә" ата һәм инә ҡоштарҙың баш осо һәм муйынының артҡы яғы ҡарағусҡыл, арҡаһы һәм яурын өлкәһе ҡара-һоро, ҡайһы берҙә ваҡ аҡ таптар менән. Муйынының алғы яғы, баш ҡыры, күкрәге һәм ҡорһағы аҡ. Башындағы һәм муйынындағы ҡара һәм аҡ төҫ сиктәре беленер - беленмәҫ, тамағында һорғолт таптар бар. Ҡойроҡ аҫтындағы арҡыры ҡара һыҙаттары ғәҙәттә өҙөлгән.

Ҡағараҡтарҙың тышҡы ҡиәфәтенең айырмалылығы

Ҡошсоҡтоң беренсе "кейеме" ҡарағусҡыл, ҡорһаҡ яғына табан асығыраҡ була бара; ҡорһағы ҡоңғорт.  Күҙҙәрен аныҡ булмаған аҡһыл балдаҡ уратҡан. Мамығы ҡыҫҡа һәм тығыҙ. Икенсе "кейеме" тәүгеһенә оҡшаған, әммә бер аҙға сағыуыраҡ, ҡорһағы ла аҡһыл. Оя осорондағы "кейеме" өлкән ҡоштарҙың ҡышҡы "кейеменә" оҡшаған, әммә өҫкө яғы көрәнерәк, ҡауырһыны һорғолт һүрәт менән, тамағында һәм муйынының алғы яғында көрән төҫ сағыла.

Ҡағараҡ ауымбаҡтан ҙурлығы һәм ҡауырһын төҫө, суҡышының тура булыуы менән генә түгел, ә осҡан ваҡытта йыйналған тупаҫ һыны менән дә айырыла: муйыны сағыштырмаса ҡыҫҡа һәм нәҙек. Ҡышҡы "кейемдәге" ҡағараҡтың арҡа яғының төҫө ауымбаҡтыҡына ҡарағанда бер ишлерәк. 

Тауышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағараҡтың тауышы ҡатмарлы һәм уны һүҙҙәр менән аңлатырлыҡ түгел. Осҡан сағында күберәк ыңғырашҡанға оҡшаған, яйлап йышая барған  "ҡа....ға....ҡа.... ғарррааа"  йәки яңғыҙ өҙөк-өҙөк "ғаҡ" кеүек тауышты ишетергә мөмкин, һыуҙа — тауыш ярҙамында бик ғәйрәтле, ләкин моңло  ҡабатланыусы "ҡу-ҡу-ии" тауышы менән оя һәм аҙыҡ биләмәһен келәймәләй.  Оя ҡорор алдынан һәм уны ҡорғас, йыш ҡына  "аһәңле дуэт" башҡаралар. Был дуэт төрлө тоналле ҡарлыҡҡан әсе ҡысҡырыуҙан төҙөлгән. Оя ҡорор алдынан дуэтты бер төркөм ҡағараҡтар башҡара.  Һыуға сумыр алдынан, ҡурҡҡан ҡош йыш ҡына ҡыҫҡа итеп өҙөк-өҙөк ҡысҡыра: "уй". Ҡағараҡтар телгә алынған тауыштарҙан тыш,  йыш ҡына эт өргән, ҡарға, хатта кеше тауыштары ла сығаралар. Ғөмүмән, ҡағараҡтарҙың тауыштары күпкә бай һәм ныҡлап әле өйрәнелмәгән. Бигерәк тә яҙ һәм йәй ҡағараҡ ҡысҡырыусан, ә осҡанда һәм ҡышлау мәлендә бөтөнләй тауышһыҙ. 

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оялау ареалы  Евразияның Арктика һәм субарктика зоналарын үҙ эсенә ала һәм Төньяҡ Америка Аляскаһының көнбайыш биләмәһенең бәләкәй өлөшөнә инә. Европала оя ҡора: НорвегияШвецияла, Финляндияла һәм төньяҡ Шотландияла. Төньяҡ Америкала — Принц Уэльский морононда осрай. Рәсәй Федерацияһы утрауҙарҙарында оя ҡора: Яңы Ерҙәрҙеңҙең көньяҡ утрауында, Колгуев, Вайгач (Новосибирск һәм Врангель утрауҙарында юҡ).  Илдең материк өлөшөндә Кольский ярымутрауы һәм Карелиянан алып көнсығышта Анадыр уйһыулығынданда, Чукотка ярымутрауында, Коряк таулығында, Камчаткала, Охот ярҙарында һәм Амур түбәнлегендә йәшәй. Таймырҙың иң төньяҡ ярҙарында һәм Яна уйһыулығынан Чукотка ярымутрауына тиклем яр буйы тундра һыҙатында ҡағараҡ йәшәмәй. Көньяҡ ареалға ЛатвияЭстония һәм Литва, Белоруссия инә. Ҡаҙахстандың төньяҡ һәм көньяҡ райондары күлдәрендә осрай.Рәсәйҙә шулай уҡ Алтайҙа, Саян, Тува тауҙары итәгендә оя ҡора.  Монголияның күп кенә күлдәрендә йәшәй.

Көньяҡ Уралда яҙғы һәм көҙгө күсеү мәлендә бик һирәк осрай (Һаҡмар һәм Ағиҙел йылғалары үрҙәрендә, Талҡаҫ күле, Ҙур Учалы, Өргөн, Султанкүл, Асылыкүл, Ҡандракүл; Павлов һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары). Тупҡа йыйылмайҙар. Юғалып барыусы төр булараҡ Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ҡышлау урыны: Көнбайыш Европала [[Атлантик океан|Атлантик океан яры буйы һәм  Норвегияла, Швецияла, Данияла, Германияла, Англияла, Бельгияла һәм Францияла Төньяҡ диңгеҙ яры буйы,  көнсығышта Бискай ҡултығы  яры буйы, төньяҡта Урта диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ ярҙары буйы. Азияла ҡағараҡтар  Иранда Каспий яр буйында, Тымыҡ океан яр буйҙарында Камчатка һәм Сахалиндан  алып көньяҡ-көнсығыш Азияға саҡлы ҡышлайҙар.

Оялау осоро эре йәки уртаса ҙурлыҡтағы күлдәр менән бәйләнгән. Бындай күлдәрҙең булыуы уға төрлө ландшафтлы урындарҙа төньяҡ тундранан алып ярымсүллектәр һәм сүллектәр ҡыҙырымында оя ҡорорға мөмкинлек бирә (Ысыҡ-Күл). Диңгеҙ кимәленән 2100-2300 метрға тиклем бейеклектәге  тау күлдәрендә лә оя ҡора (Алтай, Саяндар). Әммә гагара өсөн оптималь шарттар — төрлө күлдәр селтәре булған тундра тигеҙлеге, шулай уҡ урманлы тундра һәм күлдәре күп булған урманлы далалар. Миграция ваҡытында бәләкәй йылғалар үҙәне буйында, эре күлдәрҙә, диңгеҙ ярҙары буйында осрай. Ҡышлау осоронда — тик диңгеҙ яр буйында ғына. Йәш ҡоштар ҙа йәй мәлендә диңгеҙ буйын хуп күрәләр. 

Тундра зонаһында, ҡағиҙә булараҡ, ҡағараҡ ауымбаҡты һан буйынса уҙып китә.  1978 йылда Ямалда уның тығыҙлығы урыны менән 100 км2  40 пар тәшкил иткән,  Индигирканың түбәнге ағымында  — 100 км2-ға 44 пар тура килгән. Тундрала, урманлы тундрала, көнбайыш Таймырҙың төньяҡ тайгаһында һәр 10 күлгә икенән алып бишкә тиклем пар тура килә. Урман, урман-дала һәм дала зоналарында сағыштырмаса һирәк. Ҡышлауға ҡайһы саҡта бер нисә йөҙ ҡош бергә йыйыла, әммә, ҡағиҙә булараҡ, 1 км яр һыҙығына  2-3 ҡош тура килә.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыныс хәлдә ҡағараҡ  һыу өҫтөндә бейек ултыра, ә инде хәүеф тыуһа һыуға тәрәнерәк бата. Был осраҡта тар һыҙат булып арҡаһы һәм башы менән муйыны ғына күренә.  Осҡанда эре өйрәкте хәтерләтә, әммә артҡа һуҙылған аяҡтары кәүҙәһен оҙон һәм ҡанаттарын ҡыҫҡа итеп күрһәтә. Ҡанаттарын йыш ҡағып, тура, әҙ боролоштар яһап оса. Киң дуға буйынса боролорға йәки текә боролош яһарға һәләтле түгел. Ғәҙәттә ҡоштар яңғыҙ осалар — хатта парҙар ҙа бер ҡасан да бер-береһенә яҡын осмайҙар, ә һәр саҡ бер-береһенән алыҫыраҡ һәм төрлө бейеклектә ҡалалар. Һауала осҡанда туп барлыҡҡа килтермәйҙәр, һәм һирәк кенә тарҡау төркөм күҙәтергә була, әммә һыуҙа күпләп тупланып ашайҙар (ике—өс тиҫтә ҡош). Һыуҙан, ҡағиҙә булараҡ, елгә ҡаршы мотлаҡ оҙон йүгереү яһап, ауыр күтәрелеп осоп китә (шуға күрә эре күлдәрҙә  генә йәшәй). Ҡоро ерҙән бөтөнләй  күтәрелә алмай. Ҡағараҡ һымаҡтар, яҡшы йөҙә һәм сума. Һыуға сумғанда ҡайһы саҡта тауышһыҙ ғына сума; ҡайһы берҙә шаулы сәпелдәп сума ("шаулы сумыу"). Һыу аҫтында 135 секундҡа тиклем тора алалар,  әммә ғәҙәттә — 40-50 с. Һыуға сумыу тәрәнлеге 45-46 м тәшкил итергә мөмкин, әммә ғәҙәттә күпкә кәмерәк. Ҡоро ерҙә ауыр йәрәй, ҡанаттары менән ярҙам итеп тәпәйҙәрендә этәрелеп.

Ҡағараҡ та ауымбаҡ кеүек үк көн әйләнәһенә актив, бигерәк тә Поляр өлкәнән ситтә ятҡан ареалда. Миграцияны  күпселек көндәҙ, йышыраҡ кискә табан, әммә йыш ҡына төндә лә алып баралар. Тундрала ҡағараҡтарҙың «концерты» - күрше күлдәрҙәге ике - өс пар бер юлы унисон дуэт башҡаралар.  Уларҙың «олоп ҡысҡырыуы» бигерәк тә кис һәм төндөң икенсе яртыһында көслө.

Оя ҡорған осорҙа парлашып йөрөйҙәр, осҡанда һәм ҡышлауҙа — яңғыҙ һәм парлашып, һирәк кенә төркөм яһайҙар, бигерәк тә яҙ әйләнеп ҡайтҡас, тәүге боҙ уйымдары барлыҡҡа килә башлаған мәлдә туҡланыу өсөн һыу сикле булыу сәбәпле. Был ваҡытта бергә туҡланған 10-15 ҡоштан торған тығыҙ ҡағараҡтар тубын күҙәтергә мөмкин.  Әммә бындай төркөмдәр хәүеф тыуһа, һауаға күтәрелеп, төрлө яҡҡа таралышып бөтәләр. Әгәр ҙә бер күлдә бер нисә пар оя ҡорған булһа, хәүеф тыуғанда  улар ояларын ташлап осоп китәләр һәм тығыҙ төркөм яһап күл уртаһына йыйылалар. Ҡағараҡ ауымбаҡ кеүек үк һыу өҫтөндә башын һәм муйынын артҡа төрөп арҡаһына һалып йоҡлай. Йоҡоһо ҡыҫҡа, әммә тәүлек буйына ҡош бер нисә тапҡыр ял итә,  йышыраҡ төн уртаһында һәм көн үҙәгендә (13 сәғәттән алып 16-ға тиклем).

Төләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағараҡ төләүенең эҙмә-эҙлелеге дөйөм алғанда, башҡа ҡағараҡ һымаҡтарҙыҡы кеүек үк.  Ҡышҡы мамыҡлы ҡупшы "кейеменең"алмашыныуы һәм  оялау осорондағы "кейеменең" формалашыуы ауымбаҡтыҡы кеүек үк. Оя "кейеменең" формалашыуы август уртаһы - сентябргә тамамлана. Тән ҡауырһындары яйлап алмашына, ул оҙайлы ваҡыт (декабрь — ғинуар айҙарынан йәйгә тиклем) дауам итә, өҫтәүенә был ҡауырһындар өлкән ҡоштоң ҡышҡы ҡауыһындары һымаҡҡа алмашына. Төп  ҡағыусы ҡауырһындар был "кейемдә" июль — август айҙарында алмашына. Өсөнсө йылдың февраль — май айҙарында беренсе ҡарығыу осоро төләүе үтә, ул өлкән ҡоштар менән сағыштырғанда, бер аҙ һуңлаңҡырай. Апрель — май айҙарында тулыһынса төп ҡағыусы ҡауырһындар алмашына.

Өлкән ҡоштарҙың ҡарығыу алдынан тулы төләү ғинуар уртаһы - аҙағынан май башына саҡлы бара.  Төп ҡағыусы ҡауырһындар  февраль — апрель айҙарында алмашына, улар бер юлы ҡойолоп төшәләр, һәм ҡош ваҡытлыса осоу һәләттен  юғалта. Оя осоронан һуңғы тулы булмаған төләү август уртаһынан декабрь аҙағына тиклем дауам итә.  Ҡауырһындар алмашыныуы маңлай өлкәһенән башлана, артабан башына һәм кәүҙәһенә күсә.  

Миграцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағараҡтарҙың миҙгелле миграцияһы төньяҡ Скандинавиянан  Лена йылғаһының түбәнге ағымына тиклем оялаусы Gavia arctica arctica популяцияһыныҡы ғына  сағыштырмаса тулы өйрәнелгән. Был популяцияның осоп китеүе сентябрҙең һуңғы декадаһында башлана һәм  Аҡ диңгеҙ — Выборг ҡултығы — Эстония — УкраинаМолдавияРумыния , Болгария — Азов һәм Ҡара диңгеҙ маршруты буйынса бара. Яҙғы осоу кире йүнәлештә апрелдә башҡарыла. 

60-63 төньяҡ киңлектән көньяҡтараҡ оялаусы ҡағараҡтарҙың миҙгелле миграцияһы тураһында бик аҙ билдәле. Уларҙың бер өлөшө Каспий һәм Арал диңгеҙҙәрендә ҡышлай, һәм Ҡара диңгеҙҙә лә  ҡышлауы мөмкин.  Яҙғы миграция апрель — майҙа төньяҡҡа Европаның үҙәк өлкәләре һәм Ҡаҙағстан аша туранан-тураға үтә, көҙгөһөн — көньяҡ йүнәлештә.

Осҡанда ҡағараҡтар ысын туп барлыҡҡа килтермәйҙәр, яңғыҙ йәки парлашып 300-500 метр бейеклектә осалар, төркөмдәргә һыуҙа ғына йыйылалар. 

Туҡланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағараҡтың төп аҙығы — ваҡ һәм урта ҙурлыҡтағы балыҡ, уны оя ҡорған күлдә, шулай уҡ балыҡҡа бай йылғаларға йәки күлдәргә, һирәгерәк диңгеҙгә осоп барып та аулай.  Йыш ҡына балаларын ашатҡан осорҙа оҙаҡ ваҡыт бер урында туҡланғанда ҡыҫала һымаҡтарҙы ашайҙар. Ҡыҫалаларҙан тыш, ҡағараҡтарҙың диетаһында селәүсендәрмоллюскылар , һыу бөжәктәре (һыу ҡуңыҙҙары, энәғараҡтарҙың ҡарышлауыҡтары), шулай уҡ һирәкләп тәлмәрйен дә бар. Ҡайһы берҙә, бигерәк тә яҙ көнө, һыу үҫемлектәрен һәм уларҙың орлоҡтарын ашайҙар. 

Миграция ваҡытында, башлыса, йылға һәм күлдәрҙә аҙыҡ таба, ә ҡышлау мәлендә — тик диңгеҙҙә генә тиерлек. Телгә алынғанса, туҡланғанда йыш ҡына төркөм барлыҡҡа килтерәләр һәм бер һыҙыҡҡа теҙелеп бергәләп балыҡ тоталар. Ҡағараҡтар ауымбаҡтан айырмалы рәүештә бер ҡасанда шаршылы йылғала балыҡ тотмайҙар.  Балыҡ артынан һыуға сума һәм суҡышы менән эләктерә лә көслө ҡыҫып, балыҡты үлтерә.  Мамыҡлы себештәрен һыу умыртҡаһыҙҙары, башлыса ҡыҫала һымаҡтар менән туйындыралар, ә һуңыраҡ — ваҡ балыҡтар менән.

Үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағараҡ ғүмеренең өсөнсө йылына енси яҡтан өлгөрә. Пар даими, ғүмер буйына тарҡалмай. Һыуҙың күп өлөшө боҙҙан әрселгәс, оя ҡороу башлана. 

Оя ҡороу өсөн һайлаған күлдәр күп  төрлө. Иң мөһим сикләүсе фактор булып йүгереп килеп осор өсөн һыу ятҡылығының оҙонлоғо тора (ғәҙәттә 15-20 метр кәм түгел). Ҡағараҡтар ҡайһы берҙә бөтөнләй бәләкәй күлдә оя ҡоралар, ләкин ул һәр ваҡыт янындағы ҙур күл менән тоташҡан була, хәүеф тыуғанда ҡағараҡтар унда йөҙөп сығалар. Ҡоштар  күберәк күрше һыу ятҡылығында туҡланғанлыҡтан, оя ҡорған күлдә балыҡтың һәм башҡа аҙыҡтың булыуы мотлаҡ түгел, әммә, ҡағиҙә булараҡ, улар аҙыҡ өҫтөнлөк иткән күлдәрҙә оя ҡоралар. Ваҡ күлдә бер пар ғына оя ҡора, әммә ҙурыраҡтарында,  айырыуса тәрән һәм күп йырғыланған ярҙары булған күлдә 3-4 пар ояларға мөмкин. Ҙур күлдәрҙә оя биләмәһе  50-150 га, ә оялар араһы яр һыҙаты буйынса 200-300 м тәшкил итә.  Ваҡ күлдәрҙә оя араһы 50-100 м булырға мөмкин. Парҙар йыл һайын бер үк һыу ятҡылығында оя ҡоралар һәм күпселек осраҡта ояларын даими ҡулланалар (мотлаҡ түгел).  

Ҡағараҡ себештәре менән

Ҡағараҡ бер нисә төр оя ҡора. Беренсе, иң киң таралған төрө сағыштырмаса ҡоро һәм аныҡ ярҙары булған тәрән олигатроф (органик матдә түбән кимәлдә) күлдәр өсөн, шулай уҡ төрлө ҙурлыҡтағы һай һыулы һәм ярҙарында ҡуйы күрән үҫкән төрлө ҙурлыҡтағы кулдәр өсөн дә. Оя яр буйында  һыу ситендә (ҡағиҙә булараҡ, 30-50 см-ҙан да алыҫ түгел) бөтөнләй асыҡ  урынлаша, шуға күрә ҡош тиҙ генә һыуҙан ояһына сыға йәки хәүеф тыуғанда ояһынан һыуға төшә ала.  Ояға яҡшы күҙгә ташланып торған юл алып бара, уның буйынса баҫып ултырған ҡош һыуға шыуып төшә.  Ҡайһы осраҡта ундай юл икәү була: оҙоно ояға инергә, ҡыҫҡаһы  — һыуға сығыр  өсөн. Оя ҡорор өсөн, ғәҙәттә, моронса, яртылаш һыуға сумған түңгәк йәки бәләкәй утраусыҡ һайланыла, әммә бөтөнләй тигеҙ ярҙа ла оя ҡора. Оя ҡороуҙа парҙың ике аҡзаһы ла ҡатнаша, ләкин төп эште ата ҡош башҡара. Оя тығыҙ төйөлгән сфагнумдан, күрән һабаҡтарынан йәки арктофилдәрҙән торған ялпаҡ өйөм, ҡайһы берҙә уға һыу төбөнән ылымыҡтар үрелеп алып  өҫтәй. Түбәһендә яҡшы айырылып торған улаҡ бар.  Ҡағиҙә булараҡ, түшәменә һыу һеңгән була, шулай уҡ бөтөнләй ҡоро булыуы ла ихтимал  (бейегерәк ярҙа). Оя үлсәмдәре (см): диаметры 30-40, улаҡ диаметры 20-25, улаҡ тәрәнлеге 3-4. Ояның икенсе һирәк осраған төрө 10-60 см тәрәнлектәге һай һыуҙарҙа күрән  һәм арктофил араһында урынлаша. Бындай оя тупаҫ киҫелгән конусҡа оҡшаш була һәм һабаҡтарҙан, һыу үҫемлектәре япраҡтарынан төҙөлә. Оя төбө һыуға батып тора йәки үләндәргә эләгеп тора. Конустың өҫкө улаҡ яһаусы майҙандың диаметры 30-40 см һәм йәш йәки былтырғы үҫемлек һабаҡтары түшәлгән. Оя түшәме һәр ваҡыт еүеш.  Өсөнсө типтағы оя урман һәм дала зонаһында урынлашҡан ҙур ҡамышлы күлдәр өсөн. Ул ҡарт тығыҙ ҡамыш һыныҡтарында урынлаша.  

Ғәҙәттә ояла ике, һирәгерәк бер һәм тағы ла һирәк кенә өс йомортҡа була. Йомортҡа һуҙынҡы эллипс формаһында. Төҫө ҡатмарлы: төп ерлек ҡара, йәшкелт зәйтүн төҫтән зәйтүн-һоро төҫкә тиклем; аныҡ дөрөҫ булмаған формалағы һирәк ҡара һор таплы һәм төрткөлө һүрәтле.   Ҡайһы берҙә төрткөләр юҡ тиерлек. Йомортҡа ҡабығы әҙерәк май ялтырауыҡлы.  Йомортҡа күләме 75×45 мм, ауырлығы 120 г. Баҫыу тәүге йомортҡанан алып башлана. Йомортҡа баҫыуҙа парҙың ике ағзаһы ла ҡатнаша, әммә инә ҡош күпкә оҙағыраҡ ултыра. Хәүеф тыуғанда оялағы ҡош шым ғына һыуға шыуып төшә һәм парына ҡушылып  оянан алыҫ китмәй йөҙөп йөрөй. Хәүефле хәл бөткәс кире ояһына ҡайта. Ҡағиҙә булараҡ, хәүефле мәлдә ҡоштар күлдән осоп китмәйҙәр. Себеш сығарыу 28-30 көн дауам итә. Яңы моронлаған себештең ауырлығы 75 г, ә оҙонлоғо яҡынса 170 мм. Йомортҡанан сыҡҡан себештәр ояла ауымбаҡ себештәренә ҡарағанда оҙағыраҡ - ғәҙәттә 2 - 3 тәүлеккә ҡалалар. 60 - 70 көнлөк ҡошсоҡтар аҙыҡты үҙ-аллы таба башлайҙар. Яҡынса шул уҡ ваҡытта (сентябрь уртаһы - аҙағы) һәм улар оса башлайҙар һәм тыуған күлде ташлап инәләренән айырылып икенсе күлгә осоп китеп үҙ-аллы йәшәй башлайҙар.

Ҡағараҡ һәм кеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағараҡты ите һәм мамығы өсөн аулайҙар.  Берн конвенцияһының 2-се Ҡушымтаһына индерелгән. Дарвин, Нижнесвирск, Полистов һәм Рдейск ҡурсаулыҡтары,  Ленинград һәм Новгород өлкәләре заказниктары һаҡлай. Германияла шәхси авиарийҙарҙа (вольер) үрсетелә. Шуға ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ киң таралған ҡағараҡтың һаны тайпылышһыҙ кәмей.

Систематика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағараҡтың ике төрсәһен (ярым төр) айыралар, улар башындағы һәм муйынындағы һоро төҫтөң үҫеү дәрәжәһенә, һәм тамағындағы һәм муйыны аҫтындағы металл ялтырауығының баҙыҡлығына бәйләнгән:

  • Gavia аrctica  arctica — Colymbusarcticus  Linnaeus, 1758, Syst. Nat. ed. 10, с. 135, Швеция. Башының түбәһе һәм муйынының артҡы яғы асыҡ көлһыу - һоро төҫтә, тамағындағы һәм муйынының алғы яғы ҡуйы ҡыҙыл йәки миләүшә төҫлө металл ялтырауыҡлы. Ярым төр (төрсә) төр ареалының көнбайыш өлөшө буйлап көнсығышҡа табан Лена һәм Байкал бассейнына  тиклем таралған.  
  • Gavia arctica viridigularis — Gavia viridigularis Dwight, 1918 Auk, 35, с. 198, Гижига йылғаһы, Охот диңгеҙенең төньяҡ-көнсығыш өлөшө. Түбәһе һәм муйынының артҡы яғы ҡарараҡ,  шифер төҫлө һоро, тамағында һәм муйынының алғы яғында йәшкелт төҫлө металл ялтырауыҡлы. Төрсә төр ареалының көнсығышы буйлап көнбайышҡа табан Лена һәм Байкал бассейнына тиклем таралған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ишбирҙин Э. Ф. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986. — 33-сө бит.
  • Степанян Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. М.: «Академкнига», 2003, 808 с.
  • Красная книга Российской Федерации (Животные. Раздел 5. Птицы). М.: АСТ. 2001. С. 325—350.
  • Бёме Р., Динец В., Флинт В., Черенков А. Птицы(энциклопедия природы России). М.: ABF, 1998, 430 с.
  • Флинт В. Е., Бёме Р. Л. и др, Птицы СССР. М., 1989.
  • Птицы СССР: гагары, поганки, трубконосые / отв. ред. Ильичев В. Д., Флинт В. Е., М., 1982.
  • Птицы СССР: журавлеобразные, курообразные / отв. ред. Ильичев В. Д., Флинт В. Е., Л., 1987.
  • Nilsson, S. G. Adult Survival Rate of the Black-Throated Diver Gavia arctica // Ornis Scandinavica, Vol. 8, No. 2 (Nov. 15, 1977), pp. 193–195.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Позвоночные животные России: Чернозобая гагара
  • Чернозобая гагара на birds.krasu.ru
  • Чернозобая гагара на сайте птицы Марьино
  • Очерк чернозобой гагары (европейский подвид) в Красной книге РФ
  • Очерк чернозобой гагары в Красной книге Челябинской области
  1. Коблик Е. А., Редькин Я. А., Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — 256 с. ISBN 5-87317-263-3