Ҡоштарҙың миграцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аҡ сикәле ҡаҙҙар (белощекая казарка) көҙгө миграция ваҡытында
Ҡоштарҙың миграция маршруттарынан миҫалдар

Ҡоштарҙың миграцияһы тип ҡоштарҙың миҙгелгә ҡарап йәшәү мөхиттәрендәге климат шарттарының үҙгәреүенә, оя ҡора торған биләмәләрендәге үҙенсәлектәргә (аҙыҡ мәсъәләһе, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына бәйлелек һәм башҡалар) бәйле күсеп йөрөүҙәрен атайҙар.

Бындай ҡылыҡтарына осоуға һәләтлелектәре, ҡаршылыҡтарҙы еңә алыуҙа күп кенә өҫтөнлөктәре булышлыҡ итә.

Миҙгелгә бәйле ҡоштарҙың төркөмдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ултыраҡ ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ултыраҡ ҡоштар йыл әйләнәһенә бер урында йәшәй. Йәй аҙағында уларҙың ҡайһы берҙәре ҡышҡа бәләкәй генә аҙыҡ запасы әҙерләй. Суҡтурғайҙар кедр һәм имән сәтләүектәрен ерҙәге соҡорҙарға һәм мүк араһына йәки ағас ҡыуыштарына йәшерә.

Ҡарабаш турғайҙар һәм шыуышҡаҡ турғайҙар ҡышҡа орлоҡтар һәм бөжәктәр йыя. Уларҙы ағас ҡабығындағы ярыҡтарға һәм ботаҡтарҙағы лишайниктар араһына тығып ҡуя.

Аҙыҡ бөтә ерҙә лә аҙ булған ҡыш һәм яҙ көндәрендә улар ошо запас аҙыҡ менән туҡлана.

Күсеп йөрөүсе ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был ваҡытта башҡа ҡоштар, бәләкәйерәк туптарға йыйылып, аҡрынлап көньяҡҡа күсеп китә. Мәҫәлән, ала ҡарғалар ҡар аҙ яуған йәки еләктәргә һәм башҡа аҙыҡҡа бай райондарҙы эҙләп оса. Уларҙың даими ҡышлау урындары булмай.

Күсер ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күсер ҡоштар көҙөн һалҡын һәм уртаса климатлы өлкәләрҙән бөтөнләй осоп китеп, ҡышты үткәреү өсөн йылы илдәргә йүнәлә. Был төркөмгә бөжәк ашаусы йәки төп туҡланыу урыны һыу ятҡылыҡтары булған ҡоштар инә.

Улар йөҙәрләп һәм меңәрләп тупҡа йыйылып: берәүҙәре — көндөҙ, икенселәре төнөн оса. Юлда ҡоштар туҡлана, ял итә һәм үҙҙәре ғәҙәтләнгән даими ҡышлау урынына барып еткәнсе оса.

Күсер ҡоштарҙың бер өлөшө бала сығарған райондарынан көҙ аҙағында осоп китә. Күп кенә өйрәк һәм аҡҡоштарҙың осоп китеүе уларҙың төп туҡланыу урыны булған һыу ятҡылыҡтарының туңыуына бәйле. Шул арҡала, тыуған яҡтарында туҡланыр аҙыҡ бөткәс, йылы яҡтарға осалар.

Башҡа күсер ҡоштар, мәҫәлән, һандуғастар, һарығоштар, ҡарлуғастар, керәшәләр, оялаған ерҙәрендә һауаның йылы тороуына һәм аҙыҡтың етерлек булыуына ҡарамаҫтан, ҡышлау урындарына йәй аҙағында уҡ осоп китә.

Ҡышлау урындарына барғанда ла, яҙын тыуған ерҙәрендә бала сығарыу өсөн кире әйләнеп ҡайтҡанда ла, ҡоштар һәр йылда ла бер үк юл буйлап оса.

Осоп китеүҙәрҙе өйрәнеү ысулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоштарҙың ҡайҙарҙа ҡышлауын аныҡ белеү өсөн, уларҙың аяҡтарына номер яҙылған еңел балдаҡ кейҙерәләр һәм яңынан иреккә сығарып ебәрәләр.

Балдаҡланған ҡоштоң төрө, аяғына кейҙерелгән балдаҡтың номеры, балдаҡлау ваҡыты һәм урыны кенәгәгә яҙьп ҡуйыла. Беҙҙең илдә ҡошҡа кейҙерелгән балдаҡта «Москва» тигән яҙыу һәм номер була.

Балдаҡланған ҡошто тотоп алһалар йәки һунарҙа үлтерһәләр, балдағын һалдыралар һәм уны унда күрһәтелгән ҡалаға ебәрәләр. Ҡоштоң ҡайҙа, ҡасан ауланғанлығы тураһында хәбәр итәләр.

Ҡоштарҙың йылы яҡҡа осоп китеү, кире ҡайтыу сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғалимдар ҡоштарҙың осоп китеүен һәм кире ҡайтыуын уларҙың йәшәү шарттарының электән килгән миҙгел алмашыныуына бәйле булыуы менән аңлата.

Ер шарының тропик өлкәләрендә йәшәүсе ҡоштар күсеп йөрөй. Уларҙың күбеһе йыл һайын ҡоролоҡ йәки ҡойма яуындар булған райондарҙан осоп китә.

Төньяҡ һәм уртаса климатлы өлкәләрҙә йәшәгән ҡоштарҙың тыуған яҡтарына осоп ҡайтыуы уларға оялау өсөн йылдың иң йылы осорон файҙаланырға мөмкинлек бирә. Был ваҡыт ҡош балаларын ашатып һәм ҡарап үҫтереү өсөн бик уңайлы.

Ҡоштарҙың яҙын тыуған яҡтарына осоп ҡайтырға ынтылыуы үрсеү инстинкты менән бәйле. Көҙөн осоп китеүгә сәбәп булып ғәҙәтләнгән аҙыҡтың аҙайыуы, тәүлектең яҡты ваҡытының ҡыҫҡарыуы тора.

Был күренештәр тиҙҙән аҙыҡ ҡытлығы тыуасаҡ урындарҙан осоп итергә кәрәк икәнен алдан уҡ хәбәр итә.

Шулай итеп, миҙгелле осоп китеүҙәр — ҡоштарҙың инстинктҡа нигеҙләнгән ҡылыҡтарының береһе ул.

Йәшәү районын йылына ике тапҡыр шулай алмаштырыу күп кенә төр ҡоштарҙың иҫән ҡалыуы өсөн дә файҙалы яраҡлашыу булып тора. Ҡоштар йыл буйы үҙҙәренә етерлек аҙыҡ таба ала.

Ҡоштарҙың осоп китеүе һәм кире әйләнеп ҡайтыуы ҡатмарлы инстинктлы ҡылыҡ булып һанала һәм ул аҙағына тиклем өйрәнелмәгән әле.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Наумов С. П.  Зоология позвоночных — М.: Просвещение, 1982. — 464 б.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0 Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990
  • Лемеза Н. А., Камлюк Л. В., Лисов Н. Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н. А., Комлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил
  • Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
  • Чебышев Н. В., Кузнецов С. В., Зайчикова С. Г. Поступающим в ВУЗы. Биология (Чебышев Н. В. — Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО"Издатель ОНИКС", 1999.-448с.
  • Богданова Т. Л. Биология. Задания и упражнения. Пособие для поступающих в ВУЗы. (Богданова Т. Л. — 2-е издание, переработанное и дополненное. — М.: Высшая школа, 1991.350с.:ил.
  • Курс зоологии. Кузнецов Б. А., Чернов А. З., Катонова Л. Н.4-е изд., перераб. и доп. — М.: Агропромиздат, 1989. — 399 с.