Һоро торна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һоро торна
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Grus grus (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
  •      Оя ҡороу ареалы
  •      Миграция ареалы
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 143780

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176183
NCBI  40816
EOL  1049273
(аудио)
(аудио)
Һоро торналарҙың осҡан ваҡытта бер береһен саҡырған тауышы.[1]
noicon
Помощь по воспроизведению

Һоро торна  (лат. Grus grus, Grus communis) — ҡаҙҙан ҙурыраҡ, оҙон аяҡлы һәм муйынлы ҙур ҡош. Торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡарай. Европа һәм Азияла тереклек итә.Торналар араһында һаны буйынса икенсе урында тора.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парлашып йәшәйҙәр. Яҙлы — көҙлө туптарға берегәләр. Муйынын һәм аяҡтарын һуҙып оса. Дөйөм төҫө һоро. Түбәһе, тамағы, муйынының аҫ яғы, аяҡтары ҡара, елкәһе яланғас, ҡыҙыл төҫтә. Күҙҙәре лә ҡыҙыл. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы һәм көйлә: «трой — рооҡ».

Күсәр ҡош. Һирәк осрай.[1]

Оҙонлоғо 115—125 см самаһы, Ауырлығы 4—7 кг тирәһен тәшкил итә.Ата заттар эрерәк була. Ҡанат йәйеме1,8- 2 м-ҙан тирәһе.

Ҡауырһындары күкшел һоро төҫтә. Арҡа һәм ҡойроҡ өлөшө ҡуйыраҡ төҫтә була. Ҡорһағы һәм ҡанаттары асыҡ төҫтә, ҡанат остары ҡара.

Башының алғы өлөшө һәм муйынының өҫкө яғы ҡара йәки ҡарғусҡыл һоро. Соңҡа яғы күкшел һоро.Башының ике яҡ ситендә күҙҙәренән алып муйын буйлап төшкән аҡ һыҙат була.

Түбәһендәге яланғас тире урыны ҡыҙыл кәпәскә оҡшап тора.

Суҡышы 20—30 см тирәһе. Йәшкелт көрән төҫтә. Осона ҡарай аҡһыллана. Муйыны һәм аяҡтары оҙон. Моногам.

Йәш торналарҙың башындағы һәм муйынындағы ҡауырһындарының осо ерән булып тамамлана.

Үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моногам.Даими пар төҙөйҙәр. Үрсеү мәле апрелдән июлгәсә дауам итә. Үрсеү дәүере үҙенә хас ритуаль бейеүҙәр менән башланып китә.

Ояһы — тупраҡтағы ҙур ғына уйым; йоҡа итеп ҡоро һабаҡтар һәм үләндәр түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара. Көрәнһыу‑ерән таптар менән ҡапланған ҡыҙғылт көрән, ҡайһы берҙә йәшкелт көрән йомортҡа һалалар. Ғәҙәттә ояла 2—3 йомортҡа була.

Йомортҡаларын алмашлап баҫалар. Әммә күбеһенсә инә ҡош юаҫа. Себештәрен 28—31 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Себештәре эйәреп йөрөй торған. Мамыҡ менән ҡапланған булалар. Ҡауырһындар менән тулыһынса ҡапланыу ваҡыты 65—70 көн тирәһен тәшкил итә.

Башлыса үҫемлектәр (еләктәр, орлоҡтар, үҫемлек үренделәре), ш. уҡ ваҡ балыҡтар, тәлмәрйендәр, сысҡан һымаҡ кимереүселәр, бөжәктәр м‑н туҡлана. Һыу ятҡылыҡтары янында, һаҙлыҡтарҙа һәм һыубаҫар болондарҙа йәшәй. БР‑ҙа Белорет, Краснокама, Ҡариҙел һәм Әбйәлил р‑ндарында осрай.

Йомортҡаһы Grus grus

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һоро торна осоп бара

Батҡаҡлы һаҙлыҡтарҙа, болонда, күл буйҙарында йәшәй. Ерҙә оялай.

Үрсеү осоронда ҡауырһындарын ләм һәм батҡаҡ менән һылайҙар.Был уларға йомортҡа баҫҡанда, себештәрен сығарғанда һаҡлағыс төҫ бирә, дошмандарының күҙенә салынмаҫҡа ярҙам итә.

Осор алдынан ел ыңғайына йүгерәләр. Тиҙләнеш алғас ҡанаттарын йәйеп, билдәле ритмда талғын ғына осоп китәләр. Ҡанаттарын әкрен генә төшөрәләр һәм ҡапыл өҫкә күтәрәләр. Ҡаҙҙар һәм ҡауҙылар һымаҡ баштарын һуҙып осалар.Аяҡтарын артҡа табан һуҙалар.

Полифаг. Башлыса үҫемлектәр (еләктәр, орлоҡтар, үҫемлек үренделәре), шулай уҡ ваҡ балыҡтар, тәлмәрйендәр, йыландар, сысҡан һымаҡ кимереүселәр, бөжәктәр менән туҡлана.

Һыу ятҡылыҡтары янында, һаҙлыҡтарҙа һәм һыубаҫар болондарҙа йәшәй. Башҡортостан Республикаһының Белорет, Краснокама, Ҡариҙел, Әбйәлил райондарында йыш осрай.

Үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көрән һәм һоро таптар менән сыбарланған 2-3 бөртөк һарғылт көрән йәки йәшкелт йомортҡаһы була. Баҡыу ваҡыты 28-31 көн. Аталы — инәле алмашлар баҫалар. Себештәре йомортҡанан сыҡҡанда уҡ бәпкә йөндәре менән ҡапланған була, шуға күрә ояларын ташлайҙар, инәләренә эйәреп йөрөп үҫәләр. 65-70 көндә ысын ҡауырһындары үҫеп етә.

Туҡланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр, йыландар, бөжәктәр, үлән орлоҡтары, иген менән туҡлана.

Украинаның "Ҡыҙыл китабы"ндағы һоро торна
Һоро торна осҡан ваҡытта

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Записано 17 апреля 2011 в ЦЛГПБЗ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]