Эстәлеккә күсергә

Бискай ҡултығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бискай ҡултығы
баск. Bizkaiko Golkoa, фр. Golfe de Gascogne, исп. Golfo de Vizcaya
Бискай ҡултығына йыһандан күренеш
Бискай ҡултығына йыһандан күренеш
Координаты: пропущена долгота
Юғарылағы акваторияАтлантик океан
Илдәр
Майҙаны223 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек4375 м м
Европа
Точка
Бискай ҡултығы
 Бискай ҡултығы Викимилектә

Биска́йский зали́в (исп. golfo de Vizcaya, франц. golfe de Gascogne, баск. Bizkaiko Golkoa, галис. golfo de Biscaia, окс. golf de Gasconha, брет. Pleg-mor Gwaskogn) — Испания һәм Франция яр буйҙарын йыуыусы Атлантик океан ҡултығы[1].

Атамаһы басктарҙың Бискайя провинцияһынан барлыҡҡа килә. Испанияла был ҡултыҡты Кантабрия диңгеҙе (Mar Cantábrico) тип атайҙар һәм тик уның Басктар Иленең ярҙарын йыуған көнсығыш өлөшө генә Бискай ҡултығы тип атала.

Майҙаны 223[2] (194[3]) мең км², оҙонлоғо 400 км, уртаса тәрәнлеге 1715 м, максималь тәрәнлеге — 4735[2] (5120[3]) м.

Франция яр буйының төньяҡ өлөшө ҡаялы һәм бында бер нисә утрауҙар бар: Бель-Иль, Нуармутье, Ре, Олерон, Экс. Көньяҡҡа ҡарай яр буйы тигеҙләнә бара, уның өлөштәре Көмөш яры һәм Басктар яры тип атала. Пиреней ярымутрауы яр буйында Кантабрия тауҙары күтәрелә, һәм ҡултыҡ ярҙары йәнә ҡаялы була башлай[2]

Ҡойоусы йылғалар: Гаронна һәм Дордонь (Жиронда эстуарийын барлыҡҡа килтерәләр), Луара, Адур, Бидасоа.

Февралдә ҡултыҡтың төньяҡ өлөшөндә һыуҙың температураһы 5—6°С, көньяҡта — 12—13 °C тәшкил итә; августта һыу төньяҡта 10 °C-тан көньяҡта 20—22 °C-ҡа тиклем йылый. Тоҙлолоғо яҡынса 35 ‰[3].

Штормдар, бигерәктә ҡышҡы осорҙа, йыш күҙәтелә. Ел тиҙлеге 113 км/сәғ ашыуы мөмкин[2].

Хужалыҡта әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балыҡ тотоу (сардина, камбала), устрица үрсетеү тармаҡтары үҫешкән. Төп порттары — Бордо, Брест, Нант, Ла-Рошель, Рошфор, Сен-Назер, Байонна (барыһы ла — Франция), Сан-Себастьян, Бильбао, Сантандер, Хихон һәм Авилес (барыһы ла — Испания).[2][3]

Курорттар: Ла Боль, Биарриц һәм Сен-Жан-де-Люз.

  1. Бискайский залив // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Bay of Biscay (bay, Europe) — Britannica Online Encyclopedia  (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2009)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Бискай ҡултығы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә  (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2009)