Эстәлеккә күсергә

Йомортҡа (ризыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йомортҡа

Тауыҡ йомортҡаһы

ризыҡ

Компоненттар
Төп

йомортҡа

Викимилектә медиафайлдар Йомортҡа

Йышыраҡ тауыҡ, үрҙәк (өйрәк), ҡаҙ йомортҡаһы ашарға тотонола. Шулай уҡ күркә, бүҙәнә, страус һәм башҡа ҡоштарҙың да йомортҡалары ашарға яраҡлы һанала. Ҡоштарҙыҡынан тыш, ташбаҡа (гөбөргәйел) йомортҡаһы ла, аҙыҡ булараҡ, ҡулланылыуы билдәле[1]. Тауыҡтың төрөнә ҡарап, уларҙың йомортҡалары ла төрлө төҫтә була. Әммә йомортҡаның сифаты уның ҡабығының төҫөнә ҡарап баһаланмай.

Йомортҡаның төрөЙомортҡаның
уртаса ауырлығы, г
Йомортҡаның һатыуға
яраҡлы минималь ауырлығы, г
Тауыҡ5535
Бүҙәнә10-1210
Үрҙәк9575
Ҡаҙ200160
Күркә7560
Фазан60
Страус1000650
Эму780
Цесарка, мысыр тауығы43-4836

Тауыҡ йомортҡаһын маркировкалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй стандарттары буйынса тауыҡ фабрикаһында етештерелгән йомортҡаның һәр береһендә билдә ҡуйылған булырға тейеш. Беренсе хәреф һаҡлау срогын күрһәтә:

  • «Д» хәрефе диетик йомортҡаға ҡуйыла, 7 көн эсендә ҡулланылырға ярай;
  • «С» хәрефе ҡуйылғаны (столовое яйцо) 25 көнгә тиклем яраҡлы;

Икенсе билдә, ауырлығына ҡарап, йомортҡаның категорияһын күрһәтә[2]:

Ике йомортҡа һарыһы
  • Өсөнсө категория (3) — 35- 44,9 г.
  • Икенсе категория (2) — 45 — 54,9 г.
  • Һайлап алынған (О) — 65 — 74,9 г.
  • Юғары категория (В) — 75 г күберәк.

Шулай итеп, маркировка буйынса, «СВ» — ашханалар өсөн юғары категориялы йомортҡа, «Д1» — беренсе категориялы диетик йомортҡа. Тауыҡ йомортҡаһының категорияһынан тыш, етештереүселәр уларға төрлө сифаттар ҙа өҫтәй ала. Мәҫәлән, һатыуға йомортҡаның һарыһын сағыуыраҡ төҫтәгеһен, йә булмаһа, селен[3] һәм йод[4] менән байытылған ике һарылыһын тәҡдим итеүҙәре мөмкин.

Йомортҡаны әҙерләү ысулдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йоморо килеш һыуҙа бешереү. Ошолай бешергәндә, ҡабығы сатнаһа, ағып сыҡмаһын өсөн һыуға тоҙ һалалар. Был ысул менән бешергән йомортҡаны, әрсеп, шул килеш ашайҙар, йә булмаһа, сэндвич, төрлө турамаларҙа ҡулланалар:

  1. Йомортҡаны 2-3 минут ҡына ҡайнатһаң, шыйыҡ килеш ашала;
  2. Йомортҡаны 5-6 минут бешерһәң, уртаса ҡатылыҡта була;
  3. 8-9 минут ҡайнатылғаны ныҡ бешкән йомортҡа һанала;
Эҫе табала ҡыҙған майға, йәки һыуыҡ табалағы майға һытып бешереү;
  • Йомортҡаны һытып, ҡайнап торған һыуға ағыҙып бешереү пашот тип атала;
  • Һарыһын, йәки бөтә йомортҡаның үҙен шәкәр менән туғып бешереү (гоголь-моголь), йә булмаһа, ағын ғына шәкәр менән туғып бешереү (суфле);
  • Коктейлдәргә өҫтәү;
  • Кәтлиттәргә һәм гренкаларға ҡушып бешереү;
  • Йомортҡаның һарыһына икмәк вағын бутап бешереү;
  • Йомортҡаның туғып күпертелгән ағы безе һәм бисквит ҡамырының төп ингредиенты һанала;
  • Йомортҡаны һытып, һөт менән туғып, духовкала ҡурыу;