Бүҙәнә
Уҡыу көйләүҙәре
Бүҙәнә | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Coturnix coturnix Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 100600194 |
Бүҙәнә, бытбылдыҡ, бүтбелдек (урыҫ. перепел) — һорғолт сыбар төҫлө, оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күгәрсен ҙурлығындағы ялан ҡошо.
Тауыҡҡа оҡшаған бәләкәй генә ҡош, һирәк оса, күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро, һыртында ҡара һәм аҡ буй һыҙыҡтар бар. Яҙғыһын ата ҡоштоң тамағы ҡара, көҙгөһөн аҡ төҫтә була. Башҡа тауыҡҡа оҡшаған ҡоштарҙан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «быт-быт-быт».
Ҡоро болондарҙа, яландарҙа, иген баҫыуҙарында йәшәй. Үлән орлоҡтары, иген, бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. Көрән һәм һоро таптар менән сыбарланған аҡһыл йәки һарғылт һоро йомортҡаларының һаны 15-кә етә. Ите өсөн аулайҙар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Перепел, Перепелка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Перепел — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |