Эстәлеккә күсергә

Эҫек-Күл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ысыҡ-Күл битенән йүнәлтелде)
Эҫек-Күл
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Йырғалан[d], Тамға[d], Туҫар[d] һәм Төп[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Ҡырғыҙстан
Бассейн майҙаны 21 900 км²
Период обновления воды 305 йыл[1]
Дәүләт  Ҡырғыҙстан
Административ-территориаль берәмек Эҫеккүл өлкәһе[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1606 метр
Мираҫ статусы Рамсарское угодье[d]
Оҙонлоҡ 182 km
Киңлек 60 km
Вертикаль тәрәнлеге 668 метр
Майҙан 6236 км²
Күләме 1738 км³
Периметр 688 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Иссык-Куля[d]
Карта
 Эҫек-Күл Викимилектә

Спутник фотоһүрәте NASA

Эҫек-Күл (ҡырғ. Ысык-Көл — «ҡайнар күл») — Ҡырғыҙстандағы иң ҙур күл, донъялағы 25 иң ҙур майҙанлы күлдәрҙең береһе, шулай уҡ тәрәнлеге буйынса алтынсы урында тора. Йөмһүриәттең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Төньяҡ Тәңретауҙа: Көнгәй Алатау һәм Тәреҫкәй Алатау һырты араһында 1609 метр бейеклегендә урынлашҡан. Аҡмаған күлгә 80-гә яҡын бәләкәй йылға ағып төшә. Иң ҙурҙары — көнсығыштан Төп һәм Йырғалан. Көнбайыштан Сөй йылғаһы ла бик яҡында, шуға ла яҙғы ташҡын ваҡытында Күтмаллы йылғаһы (оҙонлоғо 6 км) ҡушылып киткән саҡта һыуының бер өлөшө күлгә ағып төшә. Күлдең һыу кимәле үҙгәреүсән (йәғни йә таша, йә кәмей); даирә тиҫтә йылдар дауам итә. Һыуы тоҙло (минерализацияһы — 5,90 процент).

Һыу күләме 1738 куб метр, һыу өҫтө майҙаны — 6236 квадрат километр, яр буйы оҙонлоғо — 688 км, уртаса тәрәнлеге — 278 м, иң тәрән урыны 2,5 тапҡырға күберәк һәм 702 метрға етә. Оҙонлоғо көнбайыштан көнсығышҡа — 182 километр, ә көньяҡтан төньяҡҡа — 58 км.

Эҫек-Күл буйындағы шәфәҡ (2002)
Эҫек-Күлдә ҡомло һыу инеү урыны

Яр буйында уртаса континенталь, йылы һәм ҡоро климат һаҡлана. Һыуығайҙың уртаса йылылығы: Тамғала −2°, Сулпан-Атала −3°, Ҡараҡулда −6°. Июлдәге уртаса температура: +17°.

Күлдең көнбайыш ярында яуым-төшөм әҙ, ә иң ҡаҙанһыуҙың көнсығыш өлөшөндә күп.

Ҡояш 2700 сәғәт ҡыҙҙыра, Ҡара диңгеҙ менән сағыштырғанда күберәк. Сағыштырыу өсөн, Мәскәүҙә был күләм 700 сәғәткә тиң.

Күлдең урыҫса исеме «Иссык-Куль», төрки яҙманан килә — «Иссиқ-Кўл». «Ысык кёль» (ысык көл) ҡырғыҙ теленән «ҡайнар (эҫе) күл» тип тәржемә ителә.[2], сөнки күл ҡыш көнө лә туңмай. Ҡаҙанһыуҙың йылы ҡышы, һыуҙың йылылығы һаҡланып ҡалыуы, күлдең тоҙлолоғо уны туңыуҙан һаҡлай. Әммә Э. М. Мурзаев фекеренсә, (географ һәм топонимист) күлдең исеме элекке «ызык, эзых» (изге) һүҙенән килеп сыҡҡан. Күлдең изгелеге һәм уға ҡарата ҡырғыҙ халҡының ихтирамлы мөнәсәбәте хәҙерге көнгә тиклем дә һаҡланып ҡалған[3]. Әммә был географик дәлилдәргә лә (Хакасия күлдән 2000 километр алыҫлыҡта ятанаходится на расстоянии), тел факттарына ла ҡаршы килә, сөнки ҡырғыҙ телендә «изге» мәғәнәһенә эйә һүҙ ыйык формаһына тура килә, а хакас телендәге зның ҡырғыҙ телендә сға әйләнеүе бер нисек тә аңлатылмай.

Жуңғар ханлығы осоро өсөн күлдең Тэмиртунор монгол атамаһы теркәлгән. (Ч. Ч. Валиханов күлде 1756 йыл осорона шул атамала иҫкә ала[4]).

Эҫек-Күл тураһында беренсе тапҡыр беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағындағы ҡытай йылъяҙмаларында иҫкә алына. Унда ул Же-Хай, йәғни «йылы диңгеҙ» тип теркәлә. Әммә күлде фәнни тикшереү бары тик XIX быуатта Рәсәй ғалимдары, шул иҫәптән үҙен Эҫеккүл ярында ерләргә васыят әйтеп ҡалдырған Н. М. Пржевальский тарафынан башлана.

Ғалим, офицер, сәйәхәтсе Александр Фёдорович Голубев 1859—1864 йылдарҙа Европа ғалимдарынан беренселәрҙән булып Эҫек-Күлдең тирә-яғында астрономик билдәләмәләр менән шөғөлләнә башлай. Яр буйлап хәрәкәт итеп, ул төп пункттарҙың географик координаталарын билдәләй, ушл арҡала күл контуры карталарға аныҡ төшөрөлә.

2006 йылда Ҡырғыҙ-Рәсәй славян университетының Ҡырғыҙстан Фәндәр академияһының вице-президенты Владимир Плоских етәкселегендә ойошторған күл төбөнә археологик экспедиция 2,5 мең йыл элек йәшәгән билдәһеҙ боронғо цивилизауцияны аса[5].

Диңгеҙ һәм тау климатының һирәк осраған берлеге күп һанлы ял итеүселәрҙе һәм туристарҙы йәлеп итә. Ярҙың буйынан-буйы пансионаттар һәм ял йорттары урынлашҡан[6]. Эҫек-Күл Ҡырғыҙстан туризмының төп килем сығанағы булып тора. Шуға ҡарамаҫтан, уның ярында һаман да әле үҙләштерелмәгән ерҙәр бик күп һәм шуға ла яңынан-яңы уңайлы ял урындары барлыҡҡа килеп тора.

Туристар араһында Эҫек-Күлдә иң популяр урындар — Сулпан-ата һәм Ҡараҡул ҡалалары, Буҫтәре, Һары-Уй, Суҡтал, Болан-Һүгәтте, Суң Һары-Уй, Тамсы курорт ауылдары, шулай уҡ Барыҫҡыуан, Ете Үгеҙ, Григорьевское һәм Семёновское тарлауыҡтары.

Яр буйы туризмы Тамсы ауылынан төньяҡ ярҙан Ҡурымды аулына тиклем һуҙыла. Миҙгел июнь уртаһынан август һуңына тиклем дауам итә.

Эҫек-Күлдә күбеһенсә Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй туристары ял итә.

Кәмеләрмән йөк һәм пассажирҙар ташыу киң таралған. Төп порттар — Эҫек-Күл һәм Пржевальск пристане[6].

Эҫек-Күл өлкәһенең Тамчи ауылында ошо уҡ атамалы аэропорт урынлашҡан (элек — «Иссык Куль» аэропорты).

Пляжда фотограф дөйә менән (2006 йыл)

Экологик хәл-торошо ыңғай. Күл урынлашҡан районда тирә-яҡты бысратыусы эре сәнәғәт предприятиелары юҡ.

1998 йылдың йәйендә ағыулы матдәләрҙе ташығанда авария һөҙөмтәһендә күл ҡушылдыҡтарының береһе булған Барскон суусу йылғаһына, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 0,5 — 1,7 тонна натрий цианиды эләгә. Һәр йыл авария урынында тикшереү үткәрелә һәм һөҙөмтәләр хәүеф юҡлығын күрһәтә[7][8].

СССР заманында күлдә һыу аҫты ҡоралланыуын тикшереү үткәрелә[9]. Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының «Каракол» һынау базаһы әле лә бар[10].В Киргизии пройдёт парад российских военных кораблей — Артём Петров — Российская газета</ref>.

Шулай уҡ заманында күл ярында конструктор О. К. Антонов ҡатнашлығында Ан-10 самолеты ла һынау үтә. Аняыҡлап әйткәндә, самолеттың ҡырсын һыҙатына ултырыу мөмкинлеге тикшерелә. Дивгатель эшләмәгән осраҡ та имитациялана. Был хаҡта билдәле конструктор үҙенең китабында ентекләп яҙа.

2014 йылда Рәсәй ультрамарафонсыһы Дмитрий Ерохин Ҡырғыҙстандың Балалар яман шешенә ҡаршы көрәш фондын хуплау йөҙөнән Эҫек-Күл яры буйлап 350 километр йүгерә[11].

Апостол Матфей ҡеүәте тураһында легенда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл менән күп легендалар бәйле. Шуларҙың береһе төньяҡ яр эргәһендә һыу аҫтында ҡалған апостол Матфей ҡеүәте һаҡланған әрмән монастыре булыуы хаҡында һөйләй. 1375 йыл менән билдәләнгән Каталон картаһында күлдең төньяҡ ярында тәреле бина һүрәтләнгән һәм: «Эҫек-Күл тип аталған урын. Был әрмән туғандар монастырендә Апостол һәм Евангелист изге Матвей ерләнгән», — тип яҙылған[12].

Аҡһаҡ Тимер тураһында легенда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамерлан Эҫек-Күл ярҙарында кәм тигәндә өс тапҡыр — 1376, 1389 һәм 1392 йылдарҙа була. Ул урындағы ҡәбиләләрҙе оҙаҡ һәм уңышһыҙ буйһондорорға тырыша, әммә походтары һәр саҡ бер үк һөҙөмтә менән тамамлана: ғәскәр яҡынлашыу менән күсмә ҡәбиләләр күсенә, ғәскәр киткәс, ҡабат әйләнеп ҡайта.

Сираттағы походы алдынан Тамерлан Эҫек-Күл ярына килә. Һәм ғәскәренә берәр таш алып, уларҙы бер урынға ташларға ҡуша. таштарҙан бейек тау хасил була. Походтан ҡайтҡас, уны күпме яугиры ҡалғаны ҡыҙыҡһындыра һәм ул иәүге өйөмдән таш алып, икенсе өйөмгә өйөргә ҡуша. Һәм икенсе тауҙың беренсеһенән күпкә ҡайтыш икәнлеген күреп эсе боша. Ә таш өйөмө Санташ (Һанташ — «иҫәп ташы») тигән атама ала — Эҫек-Күлдән көнсығыштараҡ шундай атамалы артылыш бар.

Совет заманында артылыштағы ҡурғандарҙы тикшереүсе археологтар уларҙың береһе сак-усунь осорона ҡараған ҡәберлек булыуын асыҡлай.

Шулай уҡ батырылған ҡалалар һәм байлыҡтар хаҡында легендалар йәшәй. уларҙың күпселеге аныҡ факттарға нигеҙләнә. Һыу аҫты тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, яр буйы эргәһе зонаһында, ысынлап та, һуңыраҡ осорҙа батырылған урта быуат ҡалалары, шул иҫәптән усундарҙың баш ҡалаһы Чигу бар.

  1. http://wldb.ilec.or.jp/Details/Lake/ASI-55
  2. Русско-киргизский словарь. Орусча-кыргызча сөздүк. Под ред. Орузбаевой В. О. Редакция Киргизской советской энциклопедии. Фрунзе. 1988
  3. Мурзаев Э. М. Тюркские географические названия. — М.: Вост. лит., 1996. — C. 161.
  4. С.Г. Скобелев Демографические последствия завоевания Джунгарии войсками империи Цин // Вестник Новосибирского государственного университета. Серия: История. Филология.. — 2010.
  5. Неизвестная древняя цивилизация на дне Иссык-Куля. РИА «Новости» (4 декабрь 2006). Дата обращения: 16 сентябрь 2008. Архивировано из оригинала 20 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 20 сентябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 Эдельштейн К. К., 2008
  7. Анализы проб поверхностных вод, сточных вод, донных отложений, почвы и пульпы, отобранных на территории Рудника Кумтор, Кыргызская Республика, в октябре 2012. kumtor.kg. Дата обращения: 1 июль 2013. Архивировано 6 июль 2013 года.
  8. Н. А. Мешков. Гигиеническая оценка последствий химической аварии на реке Барскоон в Киргизии (недоступная ссылка — история). Жизнь без опасности. № 2, 2008 г.. Дата обращения: 1 июль 2013. Архивировано 6 июль 2013 года. 2010 йыл 30 ғинуар архивланған.
  9. Оборонщики разрабатывают для ВМФ торпеды пятого поколения — Владимир Федосенко — Российская газета
  10. В Киргизии пройдёт парад российских военных кораблей — Артём Петров — Российская газета
  11. Российский Форрест Гамп намерен обежать озеро Иссык-Куль в Кыргызстане за 4 дня. Мир 24 (23 октябрь 2014). Дата обращения: 6 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 3 февраль 2017 года. 2017 йыл 3 февраль архивланған.
  12. Московский Подводно-Археологический Клуб — Гурина Е. Мощи святого Матфея на дне озера Иссык-Куль