Аҡһаҡ Тимер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тамерлан битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аҡһаҡ Тимер
Аҡһаҡ Тимер
Флаг
Тимериҙәр империяһы әмире
1370 — 1405
Алдан килеүсе: Хөсәйен (1364–1370)
Дауамсы: Хәлил Солтан (14051409)
 
Дине: ислам
Тыуған: 8 апрель 1336({{padleft:1336|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Хужа Илгәр ауылы, Кеш (Шахрисабз, Үзбәкстан)
Үлгән: 18 февраль 1405({{padleft:1405|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (68 йәш)
Отрар (Шымкент янында, Ҡаҙағстан)
Ерләнгән: Гүр Әмир, Сәмәрҡәнд, Үзбәкстан
Нәҫел: Тимуридтар
Атаһы: Тарағай
Әсәһе: Текина-хатун
Ҡатыны: Тормош аға, Үлжәй Торҡан аға, Сарай мүлк ханым, Олос аға, Ислам аға, Томан аға, Туғдиби, Дилшад аға, Чолпан мүлк ага, Туҡал ханым, Ҡутлуғ аға, Туғлуҡ текин
Балалары: Жаһангир, Үмәршәйх, Мираншах, Шахрух, Уҡабегим, Солтан Бахт аға, Бигижан, Саадат солтан, Мусалла

Аҡһаҡ Тимер, Тимер ибн Тарағай Барлас (рус. Тиму́р; Тамерлан) — (8 апрель[1][2] 1336, Хужа Илгәр ауылы, хәҙерге Үзбәкстан — 18 февраль 1405, Отрар, хәҙерге Ҡаҙағстан; чагатай телендә تیمور (Temür‎, Tēmōr) — «Тимер») — Урта, Көньяҡ һәм Көнбайыш Азия, шулай уҡ Кавказ, Волга буйы һәм Русь тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес, яулап алыусы. Атаҡлы йыhангир, әмир (1370 йылдан). Баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд булған империяға һәм Тимериҙәр династияһына нигеҙ һалыусы.

Аҡһаҡ Тимерҙең исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риүәйәттәргә , ғөмүмән, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына ҡарағанда, уны халҡыбыҙ Аҡһаҡ Тимер тип йөрөткән. Тулы исеме Тимер ибн Тарағай Барлас (Tīmūr ibn Taraġay Barlas — (аләм-насәб-нисба) ғәрәп традицияһына ярашлы Барластан Тимер Тарағай улы. Сығатай һәм монгол телдәрендә (икеһе лә алтай телдәренән) Temür йәки Темир — аңлашылып тора, башҡортса ла «тимер».

Сыңғыҙхан нәҫеленән булмағас, Тимер бөйөк хан исемен йөрөтә алмаған, үҙен тик әмир тип кенә атаған. Ләкин 1370 йылда сыңғыҙиҙар менән туғанлашып, Тимер Гурган исемен алған[3] (Timūr Gurkānī, (تيموﺭ گوركان), Gurkān — күрүгән йәки хүргән, «кейәү»; монголсанан фарсылашҡан вариант. Бынан һуң Тимер, хан нәҫеле сыңғыҙиҙар менән туғанлашып, уларҙың йорттарына иркен инә һәм теләгәнен эшләй алған[4]. Фарсы телендәге күп кенә сығанаҡтарҙа Тимур-э Лянг (Tīmūr-e Lang, تیمور لنگ) «Аҡһаҡ Тимер» тип аталғаны күренә, мыҫҡыллы ҡараш булғандыр инде[5] Был көнбайыш телдәргә (Tamerlan, Tamerlane, Tamburlaine, Timur Lenk) һәм рус теленә лә ингән,әммә исемдә кире ҡараш сағылмай һәм «Тимер» исеме менән ҡатар йөрөй.

Аҡһаҡ Тимер һәм башҡорт иле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хөсәйенбәк ҡәберенең Аҡһаҡ Тимер тарафынан килтерелгән ташы. С. М. Проскудин-Горский фотоһүрәте, 1910 йыл.

Аҡһаҡ Тимер тарихи башҡорт ерҙәрендә байтаҡ эҙҙәр ҡалдырған. Шуларҙың береһе - бөгөн Варна тип аталған ҡала янындағы кәшәнә.

Шулай уҡ ул бөгөнгө Шишмә районының үҙәге янындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһен төҙөтөүе менән билдәле.

1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә.Дим йылғаһы буйына ғәскәре менән килеп еткәс, Хөсәйенбәктең ҡәберен күрә, уға мөһабәт кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә менән Төркөстандан яҙыулы ҡәбер ташы килтертә. [6]. Кәшәнә тиҙ үк төҙөтөлә.

Кәшәнә тураһында легендалар төрлө. Мәҫәлән, кәшәнә һалдырған йылы Аҡһаҡ Тимер ҡайтып китеп өлгөрмәй, башҡорттар араһында ҡышлап ҡалырға мәжбүр була. Билдәһеҙ сәбәптәр менән, ғәскәренән бер нисә кеше үлеп ҡала. Кәшәнә янында алты ғәскәр башы ерләнгән тип һанайҙар. Тап шул ҡәберҙәрҙән боронғо Аҡзыярат (Аҡзират) барлыҡҡа килгән. Бында әле лә боронғо яҙыулы ҡәбер таштары тора [7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Жан-Поль Ру. Тамерлан. М., 2005
  2. Джастин Мароцци. Тамерлан: Завоеватель Мира. М., 2008
  3. Султанов Т. И., Поднятые на белой кошме. Потомки Чингиз-хана. Алматы: Дайк-пресс, 2001, с.97
  4. Ибн Арабшах. История амира Темура. Т., 2007
  5. Статья о Тимуре в энциклопедии Britannica
  6. Һәр башҡорт күрергә тейешле урындар бар [1]
  7. Бында Тамерландың эҙе һаҡлана[2].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]