Эстәлеккә күсергә

Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексы
урыҫ Комплекс карстовых болот у с. Улькунды
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты21 июль 2005
Урынлашыуы
55°39′38″ с. ш. 57°58′44″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексы

Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексы — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы Өлкөндө ауылында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].

Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексы — Башҡортостан Республикаһының Йүрүҙән йылғаһы бассейнында, Дыуан районының Өлкөндө һәм Митрофановка ауылдары эргәһендә урынлашҡан.

Майҙаны — 267,5 га.

300-ҙән ашыу уйһыу һаҙлыҡты һәм күлде үҙ эсенә ала. Яуым-төшөм менән туйына[2].

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдың 21 июлендәге 673-р һанлы бойороғо менән махсус һаҡланыусы тәбәк тәбиғәт биләмәһе тип таныла[3].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексында үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре: һаҙ мүк еләге, төҙ мамыҡбаш күрән, инглиз ысыҡ үләне, түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, һаҙ хаммарбияһы үҫә.

Өйрәктәр төйәкләнә, ҡайһы берҙә аҡҡоштар ҙа осрай. Мулла күлендә тал ҡыуаҡтары үҫкән «йөҙөп йөрөүсе утрауҙар» күҙәтелә[4].

  • Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II.

Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ.: М., ВНИИприроды (2006): 364

  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан, отв. ред. АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413