Эстәлеккә күсергә

Ҡыуыштау мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыуыштау
Мәмерйәнең ауыҙы.
Илдә  Россия
Төбәктә Башҡортостан Республикаһы
Амплитуда 15. м.
Оҙонлоғо 1094 м
Күләме 9 600 м³

Ҡыуыштау — мәмерйә, Башҡортостан Республикаһындағы Иглин районынының Кузнецовка ауылынан 1,5 км алыҫлыҡта Эҫем йылғаһы үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ҡатламының гипс һәм ангидриттарында барлыҡҡа килгән. 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Мәмерйәнең оҙонлоғо 1094 м, киңлеге яҡынса 5 м, бейеклеге 2 м, көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә тәрәнәйә бара[1] Ҡыуыштау мәмерйәһе буйлап эстән шундай уҡ атамалы шишмә аға.

Мәмерйә ауыҙынан (киңлеге 7 м, бейеклеге 2,5 м) Алдағы зал башлана. Уның оҙонлоғо 30 м, киңлеге 20 м, бейеклеге 3 м. Артабан Түңәрәктәр залы (киңлеге 20 м, бейеклеге 6 м) урынлашҡан. Ул тәпәш кенә тар ауыҙлы Төп коридорға алып инә. Оҙонлоғо 350 метр, киңлеге 3-10 метр, бейеклеге 2,5-6 метр булған Төп коридорҙың тармаҡтары Сысҡан залын булдыра. Бында быуа ярғанаҡтарыйәшәй. Ундағы Туристар залының оҙонлоғо 40 м, киңлеге 18 м, бейеклеге 10 м самаһы. Уға Ҡыуыш залы тоташа. Бында торлаҡ булыуын таш нигеҙ һәм ағас түшәм ҡалдыҡтары раҫлай. Төп зал мәмерйәнән сығыу юлы менән тамамлана[2].

  1. Пещера Куэшта. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 11 сентябрь 2017. 2018 йыл 12 июнь архивланған.
  2. * Соколов Ю.В., тәрж. Япаров И.М. Ҡыуыштау мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.