Эстәлеккә күсергә

Никитин яланғаслыҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никитин яланғаслыҡтары
урыҫ :Никитинские обнажения меловых и палеогеновых отложений
Төп мәғлүмәт
Майҙаны2,6 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты17 август 1965 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
52°24′16″ с. ш. 55°38′30″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Никитин яланғаслыҡтары
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Никитин яланғаслыҡтары

Никитин яланғаслыҡтары (рус. Никитинские обнажения меловых и палеогеновых отложений ) — диңгеҙ фаунаһы менән өҫкө юра ҡомташтарынан торған геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).

Дөйөм ҡалынлығы яҡынса 9 метр булған аҡбур һәм палеоген ултырмаларының сиге буйындағы төп геологик киҫелеш, ҡалынлығы 50 м-ҙан да кәм түгел тип баһалана. Майҙаны 2,6 га.

Көйөргәҙе районы Яңы Ҡалта ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 саҡрым алыҫлыҡта Оло Юшатыр йылғаһының уң ярында, Ырымбур өлкәһе Яңы Никитино ауылынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Маастрихт ярусының яҙыу аҡбурынан, палеоцендың һәм эоцендың һоро-йәшел һәм йәшел ҡомташтарынан, опокаларынан, балсыҡтарынан, окисланған сидериттарынан тора. Палеоген тоҡомдары составында тимер гидроокиселдары, пирит бар. Диатом ылымыҡтар табылған. Яланғаслыҡтар тәүге тапҡыр Вахрушев Георгий Васильевич тарафынан 1940 йылда тасуирлана. 1950 йылда О. С. Адрианова, 1958 йылда В. Л. Яхимович тарафынан тикшерелә. Участка диңгеҙ фаунаһы булыуы һәм файҙалы ҡаҙылмалар составының байлығы арҡаһында ҡыҙыҡлы[1][2].

Ҡомартҡы эталон, ғилми әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 11 апрелендәге 163-сө Ҡарары менән төҙөлөш материалдарын сығарыу (ҡом, гипс), теләһә ниндәй төҙөлөш, тәбиғәт ҡомартҡыһының торошон насарайтыусы ниндәй ҙә булһа хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйыла.

  1. Никитинские обнажения верхнеюрских песчаников с морской фауной. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  2. Э. Г. Гареев «Геологические памятники природы РБ» стр.79 2023 йыл 15 ғинуар архивланған.