Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше
урыҫ памятник природы регионального значения "Геологический разрез Дальний Тюлькас"
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1,8 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты5 октябрь 2007 йыл 
Урынлашыуы
53°53′55″ с. ш. 56°38′25″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше

Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше — Пермдең әртә ярусы глобаль стратотибы («алтын ҡаҙаҡ») роленә дәғүә итеүсе сик буйы һаҡмар-әртә ҡатламдарынан ғибәрәт. Халыҡ-ара стратиграфик шкалаға индерелгән аҫҡы пермь йәшендәге Урал алды ярусы аҫҡы сигенең стратотибы (эталоны)[1][2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Алыҫ Төлкәҫ» геологик киҫелеше Урал алды бөгөлөнөң Рус платформаһын көнсығыштан уратып алған көньяҡ өлөшөнә тура килә. Геологик киҫелеш Алыҫ Төлкәҫ йылғаһы үҙәне менән йырғыланған ваҡ меридиональ һырттарҙың береһенең төньяҡ өлөшөнөң көньяҡ текә битләүенән ғибәрәт һәм йылға үҙәне менән туранан-тура сиктәш. Һырттың төньяҡ өлөшөнөң абсолют бейеклеге — 357,8 метр, көньяҡ өлөшөнөкө — 322, 2 метр. Рельефтың үҙенсәлекле элементтары булып Растеряшный Ключ шишмәһе ағып төшкән үҙән һәм Алыҫ Төлкәҫ йылғаһының уң ҡушылдығы булған Феклискин йырыны тора.

Һәйкәлдең көньяҡ сиге киҫелештең нигеҙе буйынса үтә. Төньяҡ өлөшө — көнбайыш һәм көнсығыш нөктәләренең килтерелгән координаталарын иҫәпкә алып, ҡалҡыулыҡтың үрге нөктәһе.

Пермдең әртә ярусы глобаль стратотибы («алтын ҡаҙаҡ») роленә дәғүә итеүсе сик буйы һаҡмар-әртә ҡатламдарынан ғибәрәт.

«Алыҫ Төлкәҫ» геологик киҫелеше Халыҡ-ара стратиграфик шкалаға индерелгән аҫҡы пермь йәшендәге Урал алды ярусы аҫҡы сигенең стратотибы (эталоны) булып тора.

Тәбиғәт ҡомартҡыһының майҙаны — 1,8 га. 05.10.2007 Красноусол ауылы ситенән 0,8 км алыҫлыҡта Алыҫ Төлкәҫ йылғаһыныъ уң ярында Ташлы ауылына илткән юлда урынлашҡан[3].

Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелешендә тыйылған эшмәкәрлек төрҙәре һәм тәбиғәтте файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— тау һәм башҡа эштәр алып барыу;

— карьер ҡаҙыу;

— объекттар һәм ҡоролмалар төҙөү;

— коммуникациялар үткәреү;

— ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу (санитар ҡырҡыуҙан тыш);

— ағыулы химикаттар, минераль ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдарын урынлаштырыу;

— киҫелеш тоҡомдарын коллекцияға йыйыу;

— геологик киҫелештең һәм уның тоҡомдарының торошона кире йоғонто яһай алырлыҡ, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына килтерерлек хужалыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыу[4].

ООПТ биләмәһе итеп һаҡлауҙың әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошо объектты махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре итеп һаҡлау илебеҙ фәненең милли (Рәсәй һәм Башҡортостан) ғилми өҫтөнлөгөн һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә халыҡ-ара стратотибын (эталон) һаҡларға мөмкинлек бирергә тейеш. Һәйкәл ғилми, тәбиғәтте һаҡлау, эстетик һәм рекреацион әһәмиәткә эйә[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Информационно-поисковая система Уникальные геологические объекты России (геологические памятники природы). http://www.geomem.ru/

С Семилеткин, Е Бодрякова, Е Борковая, З Крусанова, И Логачева, ЮП Ненашев, В Папчинская, О Ренева, Е Школьникова и др

  • Федеральное государственное унитарное предприятие «Всероссийский научно-исследовательский геологический институт им. А. П. Карпинского» (ФГУП «ВСЕГЕИ»)

Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан, отв ред А. А. Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010): с. 413

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

заказник Бирский заказник. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).