Аҡкүл

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡкүл
Координаты: пропущена долгота
Ғафури районы Антоновка ауылы Аҡкүл.jpg
Страна
РегионБашҡортостан
Оҙонлоғо5 км
Киңлеге2 км
Майҙаны10 км²
Уртаса тәрәнлек4 м
Һыу йыйыу майҙаныВпадающие реки = км²
РДҺР10010200711111100003842 
Рәсәй
Башҡортостан Республикаһы
Commons-logo.svg Аҡкүл Викимилектә

Аҡкүл (рус. Белое озеро[1]) — Башҡортостандың Ғафури районы «Аҡкүл» заказнигындағы күл. 1965 йылдан 2018 йылға тиклем Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[2]).

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атамаһы ике мәғәнәле: аҡ «аҡ» йәғни «изге», плюс күл. Ғафури районында йәшәгән табын ҡәбиләһе башҡорттары Аҡҡүлде изге тип һанайҙар[1]).

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өҫкө йөҙөнөң майҙаны — 8,8 км². Оҙонлоғо — 6,2 км, уртаса киңлеге — 1,4 км, иң ҙур киңлеге — 2 км, күл уртаһында 3—4 метр тәрәнлек, иң тәрән ере — 11 м, һыу күләме — 34,5 млн м³. Күл ҡаҙанлығы Ағиҙел йылғаһы буйлап һуҙылған һәм дөрөҫ булмаған эллипс формаһында. Ҡаҙанлыҡ террасалы һыу баҫҡан туғайлыҡтағы ултырмаларҙа барлыҡҡа килгән[3] [4].

Ағын күл — унан Ҡарамалы йылғаһы (Ашҡаҙар ҡушылдығы) ағып сыға. Күл мезотрофлы, йәғни уның һыуында органик һәм биоген минерал матдәләр уртаса миҡдарҙа.

Күлдең тирә-яғы ландшафты һыубаҫар урмандарҙан һәм (ҡайын, ҡарама, тал, балан, ерек, уҫаҡ, муйыл) туғайҙарҙан тора. Күл яр буйында һыу боросо, зәһәр лютик, күрән, уҡъяпраҡ, күрән, ҡырҡбыуын йәки шыршы үләне һ. б. үҫә.

Күл һыуында табан балыҡ сазан балыҡ, алабуға, ҡорман йәки таран, һыла, йәйен, опто тереклек итә, һуна өйрәк, ҡуҡый, аҡсарлаҡтар, сүрәгәй өйрәк һ.б. ҡоштар йәшәй.

Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһы (ООПТ)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡлау объекттары:[5]

  1. Башҡортостан Республикаһының биотөрлөлөгө менән айырылып торған иң эре күлдәренең береһе;
  2. Шул урында тереклек итеүсе типик һәм Һирәк осрай торған хайуандар һәм ҡоштар (ҡондоҙ, ондатра, һыу ҡоштары).

Һаҡланған тәбиғәт территорияһы (ОПТ) — 1567,0 га.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  2. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
  3. Белое (Аккуль) — Озера Башкирии — Там где можно отдохнуть (билдәһеҙ). 102ozera.ru. Дата обращения: 15 июнь 2019. 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
  4. 2016 йылдың 7 март көнөндә [https://web.archive.org/web/20160307165735/http://102ozera.ru/index.php?option=com_content&task=view&id=7&Itemid=1 архивланған. Белое (Аккуль) — Озера Башкирии — Там где можно отдохнуть
  5. CD Econet (недоступная ссылка). Дата обращения: 3 декабрь 2011. Архивировано 25 ғинуар 2018 года. 2018 йылдың 25 ғинуар көнөндә архивланған.