Егән (мәмерйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Егән
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Егән (башҡортса атамаһы Ваҡ-Ҡарағай-Ҡаршы, Айыу тауы) — Башҡортостандың Ишембай районындағы мәмерйә, Киндерле ҡотоғо һәм Бәреш йылғаһы араһындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы, ул ҡорой башлаған Көнғүб йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Һуңғы голоцен фаунаһының ҡаҙылма ҡалдыҡтары бар (һөйрәлеүселәр).

Мәмерйәгә инеү урыны эзбизле ярҙың аҫтындағы убылған соҡорҙа урынлашҡан. Бейеклеге ике метр һәм киңлеге биш метр — был карст мәмерйәһенә инеү ярығының ҙурлығы. Ҡыуыш эсендә киңлек — 70-кә 40 метр булған зал бар. Залдың иҙәне яйлап өҫкә менә һәм бәләкәй залға алып килә, ә ул горизонталь туннелгә китә.

Урынлашыуы: Ғүмәр ауылы, Маҡар урман хужалығы, Шихан урмансылығы, 52-се квартал. Теүәл урынлашыуы: Егән йылғаһы үҙәненең уң битләүендә, Көнғүбә йылғаһы тамағынан 1 км өҫтә урынлашҡан.

1985 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Һаҡланыусы биләмәнең майҙаны 100 гектар. Һаҡлау нәмәһе:

  1. Киң япраҡлы һәм ҡарағай урманы менән уратып алынған эзбизле мәмерйә.
  2. Һирәк осраған хайуан һәм үҫемлектәрҙең әйләнә -тирәләге йәшәү урыны.

Туризм урыны. Яҡында Салауат мәмерйәһе һәм Ҡуҡрауыҡ шарлауығы. Бүжә тауынан йәйәүле туристар һуҡмағы бара.

Егән мәмерйәһе- руссанан туранан-тура тәржемә. Егән- йылға исеме.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Система охраняемых природных территорий Республики Башкортостан
  • Управление Федеральной службы по надзору в сфере природопользования (Росприроднадзора) по Республике Башкортостан
  • Спелеоклуб им. Насонова

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]