Бүжә тауы
Бүжә тауы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Бүжә тауы Викимилектә |
Бүжә Тау (рус. Бужа, картала — Бузя) — Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы тау. Ғүмәр тарлауығында урынлашҡан.
Тау итәгендә- Ғүмәр ауылы (тарихи, шулай уҡ урындағы атамаһы Бүжә). Башҡортса «бүжә»- «сусаҡ» (гора-сопка).
Киң йәмәғәтселеккә 2012 йылдың башынан, Ғүмәр эзбиз ятҡылығында тау эштәре башланғандан һуң билдәле була.[1][2][3]
Төньяҡта Мөҡсим тауы урынлашҡан. Бүжә тауы менән Мөҡсим тауы араһында Егән яры буйлап йәйәүлеләр һуҡмағы үтә. Ул Ғүмәр ауылынан туристик туҡталҡаға һәм артабан Егән (Ваҡ-Ҡарағай-Ҡаршы, Айыу тауы) мәмерйәһенә алып бара.
Тауҙы төньяҡтан һәм көнсығыштан Егән йылғаһы урап үтә. Ғүмәр ауылынан һәм Бүжә тауынан көньяҡтараҡ Егән йылғаһы тауҙар араһынан сыға һәм тауҙарҙың көнбайыш итәге булап Ағиҙелгә табан юл ала.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хусаинова Ляйля Мидхатовна. Структурно-словообразовательная классификация башкирских микротопонимов // Вестник ЧелГУ. 2013. №20 (311) С.117-122.
- [1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бужа-тау. Гора может быть использована в качестве сырьевой базы Стерлитамакского комбината «Сода»(недоступная ссылка)
- ↑ При разработке гумеровского месторождения интересы населения не пострадают МедиаКорСеть . Архивировано 6 февраль 2013 года. 2013 йыл 6 февраль архивланған.
- ↑ Под Уфой 2 тысячи людей «выживают» из своих домов