Эстәлеккә күсергә

Шөңгәккүл дала дендропаркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шөңгәккүл дала дендропаркы
урыҫ Шингаккульский степной дендропарк
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты1965
Урынлашыуы
54°24′36″ с. ш. 55°14′00″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
Шөңгәккүл дала дендропаркы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Шөңгәккүл дала дендропаркы

Шөңгәккүл дала дендропаркы — (рус. Шингаккульский степной дендропарк) — Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы биләмәһендә урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы[1]. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се «Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тураһында»ғы ҡарары нигеҙендә булдырылған[2].

Шөңгәккүл дала дендропаркынан башҡа Шөңгәккүл ауылы янында тағы Шөңгәккүл (күл) һәм Шөңгәккүл заказнигы ла бар[3].

Шөңгәккүл дала дендропаркы — төбәк ботаник тәбиғәт һәйкәле, тәбиғи шарттарҙа үҫкән ағас һәм ҡыуаҡ үҫемлектәре коллекцияһы булған ландшафт паркы. Дөйөм майҙаны — 45,0 га.

Шөңгәккүл дала дендропаркы 1932 йылдан уҡ ғәмәлдә булған. Далала урман үҫтереү алымдарын эшләү һәм ҡоролоҡ зонаһында яңы ағас-ҡыуаҡ культураларын һынау маҡсатында, Башҡортостан урман тәжрибә станцияһы үҙенсәлекле дендропарк булдыра. Тәжрибә участкаларында ағас-ҡыуаҡ төрҙәренең нисбәте төрлө булған күп һанлы урман һыҙаттары варианттары һалына.[1]

1960 йылға бөтәһе 144 даими тәжрибә участкаһы булдырыла һәм 200-ҙән ашыу төр ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән амур бәрхәте, манжур сәтләүеге, һырғанаҡ, виргин муйылы, тирәктәрҙең төрлө төрҙәре, европа зелпеһы (бересклнт) һ. б. интродукциялана. Инә плантациялары, емеш-еләк баҡсалары (алма, ранетка, ирга һ. б.) һәм селекция участкалары (тирәк, йыла, саған һ. б.) булған. Интродукцияланған ағас-ҡыуаҡ үҫемлектәре коллекцияһы фәнни, ғәмәли һәм тарихи әһәмиәткә эйә булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көнгә коллекцияларҙың байтаҡ өлөшө һаҡланмаған[1].

Шөңгәккүл дала дендропаркын һаҡлауҙы ойоштороу буйынса Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы яуаплы[1].

Дендропарк территорияһында мышы, ҡоралай, төлкө, америка шәшкеһе, үрғуян, ондатра һәм һыу ҡоштарын һаҡлау ҡаралған. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәр: һоро торна, ышылдаҡ аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, һоро ҡаҙ[1].

Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһендә:

  • көтөү йөрөтөү,
  • төҙөлөш эштәре,
  • һайланма санитар ҡырҡыуҙан тыш, урман ҡырҡыу,
  • коммуникациялар үткәреү һәм ағас ултыртмаларын төпләү (корчёвка) тыйыла.[1]
  • Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II. Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364
  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413

степной дендропарк Шингаккульский степной дендропарк. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).