Ташлы һаҙлығы
Ташлы һаҙлығы | |
---|---|
урыҫ :Ташлинское болото | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1,5 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 21 июль 2005 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
54°10′31″ с. ш. 54°41′11″ в. д.HGЯO | |
Ташлы һаҙлығы (рус. Ташлинское болото) — Дим йылғаһы бассейына ингән төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005).
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман-дала зонаһы өсөн һирәк осраған бореаль төрҙәре булған үҫемлек бергәлектәре булған торфлы уйһыу һаҙлыҡ.
Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Ташлы ауылынан көнбайышҡа табан 0,6 саҡрым алыҫлыҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ята. Урман-дала зонаһына инә. Көнсығышҡа табан ауышҡан торфлы уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1,5 гектар тәшкил итә. Төп туйындыруысы сығанаҡ булып ер аҫты һыуҙары тора. Һаҙлыҡтың төньяҡ сиге буйлап Дим бассейнына ингән Һарған йылғаһы аға[1].
Үҫемлектәр донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күрән, мүк, ҡамыш, таллыҡ һәм ереклек төркөмдәре комплексынан тора. Урман-дала зонаһы өсөн һирәк осраған: бүлбеле тәбәнәкәшәлсә, һаҙ баҙыҡайы, һаҙ һарыгүҙе, боронғо дәүерҙән һаҡланып ҡалған (реликт) — тутыҡ схенустар үҫә. Был үҫемлектәр Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Һаҙлыҡ төбәге тәбиғәтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә булып тора[1][2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ташлы һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2022)
- Ташлинское болото/ . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).