Мулдаҡкүл
Озеро | |
Мулдаҡкүл | |
---|---|
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 406 м |
Үлсәме | 3,1 × 2,0 км |
Майҙаны | 6,2 км² |
Күләме | 13,1 км³ |
Иң тәрән урыны | 2,5 м |
Уртаса тәрәнләк | 2,1 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 49,6 км² |
Урынлашыуы | |
53°27′03″ с. ш. 58°47′08″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 12010000311112200000568 | |
Мулдаҡкүл Викимилектә |
Мулдаҡкүл (Мулда́к; башҡ. Мулдаҡ күл). Урындағы халыҡ телендә — Тоҙлокүл. Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан йомоҡ тоҙло күл.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мулдаҡкүлде урындағы халыҡ Тоҙлокүл тип йөрөтә.
Күлдең атамаһы буйынса түбәндәге легенда йәшәй. Хәлле һәм абруйлы ир уҙаманының ҡыҙы ярлы егеткә ғашиҡ була. Атаһы ҡыҙын фәҡирлек яҙмышына дусар иткеһе килмәй, йәштәрҙең саф хистәрен бер ҙә аямай, тиң булмаған никахҡа ҡаршы була. Ғашиҡтар ҡасып китергә ҡарар итә, ләкин ҡыҙ атаһының һаҡсылары уларҙы ҡыуып етә. Егетте үлтерәләр, һәм ул дала уртаһында бейек Мулдаҡтау булып ҡалҡа. Һөйгән йәрен юғалтҡн бәхетһеҙ ҡыҙ бик оҙаҡ күҙ йәштәрен түгә һәм тоҙло Мулдаҡкүлгә әйләнә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магнитогорск ҡалаһынан көнбайышҡа ҡарай 15 км йыраҡлыҡта, Мулдаҡтау янында, Озерный (Әбйәлил районы) ауылы эргәһендә ята.
Мулдаҡ Йәнгел менән Кесе Ҡыҙыл йылғалары араһындағы һыуайырғыста урынлашҡан.
Күлдең һөҙәк ярҙарында тоҙло тупраҡҡа яраҡлашҡан үҫемлектәр: һимеҙут (солерос), татырут (бескильница), һыу боросо, ҡаҙ үләне, европа һимеҙуты, ҡамыш үҫә. Тоҙ күплектән урман бик һирәк.
Ярҙың айырым урындарында һыу төбөндә шифалы тоҙло ләм тупланмалары бар. Шулар нигеҙендә «Яҡтыкүл» шифаханаһы төҙөлгән. Был ләмде Башҡортостандың күп кенә башҡа шифаханалары ла файҙалана.
Күл карст сығышлы. Карбон тау тоҡомдарында (аргиллит ҡатламдары булған эзбизташ) барлыҡҡа килгән. Төньяҡ- көньяҡ йүнәлешендә һуҙылған йоморо симметрик соҡор эсендә урынлашҡан.
Төбө ләмле. Йомоҡ күл. Минераль ләмдең дөйөм күләме сама менән 1 млн т тирәһе. Тулыланыу сығанағы — ҡатнаш. Һыуы тоҙло. Хлорид-магнийлы (12,6 г/л).
Мезотроф күл, йәғни, биоген элементтарға бай. Ярҙары һөҙәк, ҡомло. Ландшафты — еҙүлән-ҡылғанлы дала.
Реестр күрһәткестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]РФ биләмәләрендә һыу хужалыҡтарын районлаштырыу буйынса Һыу ресурстары Федераль агентстлығы әҙерләгән геомәғлүмәт системаһы күрһәткестәре[1]:
- Һыу объектының коды 12010000311112200000568
- Гидрологик өйрәнелеү (ГӨ) буйынса коды 212200056
- Бассейн коды — 01.05.00.001
- (ГӨ) 12 буйынса том номеры
- (ГӨ) 2 буйынса сығарылыш
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ РФ-ың дәүләт һыу реестры : Мулдаҡкүл . Архивировано 27 август 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1] 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- Мулдаҡкүл тураһында легенда
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Газета «Выбор» № 118—119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».