Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы
Оло Ҡалпаҡ | |
---|---|
Иң бейек нөктәһе | |
Абсолют бейеклеге | 120 м |
Урынлашыуы | |
54°31′16″ с. ш. 56°20′50″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башкортостан |
Район | Иглин районы |
Ҡурсаулыҡ зонаһы | |
Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы | |
Категория МСОП | III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы) |
Профиль | геологик, геоморфологик |
Майҙаны | 6,3 га |
Ойошторолған ваҡыты | 17 август 1965 йыл |
Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы Викимилектә |
Оло Ҡалпаҡ — һыуҙан сығып торған текә ҡая. Иглин районындағы Ағиҙел йылғаһының уң ярында[1], Охлебинин ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан бер саҡрым ярым алыҫлыҡта ята. Яҡында Охлебинин гипс мәмерйәһе һәм Охлебинин археология комплексы урынлашҡан[2][3]. Кесе Ҡалпаҡ ҡаяһы менән бергә Охлебинин ҡаяларына — Ҡалпаҡтарға ҡарай[4].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая түбәһе йылға өҫтөндә 120 м бейеклектәге ҙур таш менән тамамлана. Текә ярлау Ағиҙел йылғаһы буйлап ҡаялы кристалл тоҡомдарҙы яланғасландыра, ҡая ҡатламында ҡалынлығы яҡынса 30 м булған ангидриттар ята. Улар өҫтөндә — аҡ һәм аҡһыл һоро балсыҡ; геологик планда — Пермь системаһының Көңгөр ярусы Ирән свитаһы ултырмаларының карбонатлы-сульфатлы литофацион комплексының тәбиғи киҫелеше. Ҡаялы яланғаслыҡтар Рязань-Охлебинин валына тура килә[5]. Ҡая доломит ҡатламдарынан торған гипс һәм ангидриттарҙан тора, уларҙа төрлө брахиоподтар табылған.
Битләүҙәрҙә ныҡ ел, ҡыуышлыҡтар күренә, ярыҡтар бар.Ҡая түбәһе үҫемлектәр донъяһынан мәхрүм. Ҡаяның дауамы булып торған арҡала зәғиф имән ағастары үҫә. Ярыҡтарҙа ваҡ япраҡлы йүкә ағастары, йомшартыусы өҫпейелек һәм селек осрай. Ҡая эргәһендәге ҡылғанлы-төрлө үләнле далала кәрлә дала сейәһе таралған, үлән япмаһы еҫле балтырғандан, һырылыусан аҡтамырҙан, мәтрүшкәнән, ер еләгенән һ.б. ғибәрәт. Оло Ҡалпаҡты ике яҡтан сикләгән йырындар ваҡ ағастар менән, йырындарҙың тышҡы ҡаштары сәтләүек ағасы, муйыл, балан менән ҡапланған[6]. Майҙандың күп өлөшөндә йәш имән, ҡарама, йүкә, йыланан торған ҡатнаш урмандар һәм ҡаурый ҡылғанлы ҡоро болондарҙың ҙур булмаған участкалары таралған. Түбәндәрәк битләү буйлап таҙа йүкәлек участкалары бар. Урмандарҙа һирәк осраған реликт үҫемлек — өсҡалаҡ күксин осрай.
Статус
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы ғилми, уҡыу, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреацион әһәмиәткә эйә булған төбәк тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ БОЛЬШОЙ КОЛПАК, скала. bashenc.online. Дата обращения: 23 марта 2022. Архивировано 23 марта 2022 года.
- ↑ ОХЛЕБИНИНСКИЙ АРХЕОЛОГИЧЕСКИЙ КОМПЛЕКС. bashenc.online. Дата обращения: 23 марта 2022. Архивировано 21 марта 2022 года.
- ↑ Павел Распопов. Пещера Охлебининская, село Охлебинино и их окрестности. Ураловед. Дата обращения: 23 марта 2022.
- ↑ Охлебининские скалы-колпаки. Русское географическое общество (25 ноября 2016). Дата обращения: 23 марта 2022.
- ↑ Энциклопедия Башкирии → БОЛЬШОЙ КОЛПАК. ufa-gid.com. Дата обращения: 23 марта 2022. Архивировано 4 апреля 2022 года.
- ↑ Энциклопедия Башкирии → БОЛЬШОЙ КОЛПАК. ufa-gid.com. Дата обращения: 23 марта 2022. Архивировано 4 апреля 2022 года.