Уйташ (тау)
Уйташ (тау) | |
---|---|
урыҫ :Уйташ, гора | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 15,8 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 17 август 1965 йыл |
Урынлашыуы | |
54°41′01″ с. ш. 59°35′46″ в. д.HGЯO | |
Уйташ, тау (рус. Уйташ, гора) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Аҙнаш ауылы эргәһендә урынлашҡан тау, комплекслы геологик (стратиграфик, геоморфологик), ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйташ тауы — Оло Урал һыртының көнсығыш армыты, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Аҙнаш ауылы эргәһендә урынлашҡан. Ул республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Дөйөм майҙаны — 15,8 га. Бейеклеге 874,5 метрға етә. Формаһы конус рәүешендә Уның төп түбәһендә ашалыу һөҙөмтәһндә бик күп ҡаялар урынлашҡан, шуларҙан «Шайтан бармағы» («Чертов палец») — урындағы халыҡ телендә «Әбей ташы» ҡаяһы айырыуса билдәле. Өҫкө рифейҙың ҡурташ свитаһы кварциттарынан, мусковит-кварцлы һәүерташтарынан тора. Ландшафын ҡараһыу һоро урман тупрағындағы уҫаҡ, ҡарағай ҡатыш ҡайын урманы һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далалар тәшкил итә.
Пермь аҡ умырзаяһы, урал ҡамғағы, Гмелин һыйыр теле кеүек эндемиктар һәм реликттар — гибрид кәрләс һәм ялған яран осрай. Тау башынан Алабуға, Нәрәле, Ирәндек һырттарына, тигеҙлеккә һәм Уйташ тирәләй бәләкәй күлдәргә күренеш асыла.[1][2].
Тәбиғәт ҡомартҡыһы фәнни, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреацион әһәмиәткә эйә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Геологические памятники природы «гора Уйташ»
- Уйташ (тау) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2023)
- Гора Уй Таш Гора Уйташ . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).