Эстәлеккә күсергә

Йоматау (шифахана)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йоматау
Нигеҙләү датаһы 1934
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Йоматау, Йоматау ауыл советы, Өфө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй

«Йоматау» шифаханаһы — климат-ҡымыҙ менән дауалау шифаханаһы, Башҡортостан Республикаһының Өфө районы территорияһында, Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта, Дим йылғаһы буйында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы битләүендә урынлашҡан[1].

Дауалау йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Йоматау» шифаханаһы климат‑ҡымыҙ ярҙамында дауалау шифаханаһы. шифаханаһы 1934 йылда нигеҙ һалынған һәм Өфө ҡалаһынан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында ҡатнаш ылыҫлы-япраҡлы урмандар араһында, Йоматау тимер юл станцияһынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты континенталь, ҡышы уртаса һалҡын (ғинуарҙың уртаса температураһы −15-19°С), йәйе йылы (июлдең уртаса температураһы +19,3-24°С). Яуым-төшөм йылына 450 мм яуа. Шифахананы ҡайын һәм ылыҫлы урмандар уратҡан.

Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, һәм ҡан әйләнеше, аш һеңдереү, (туберкулёзға ҡарамаған этиологиялы) тын алыу ағзалары, нервы системаһы ауырыуҙарын дауалау өсөн, иммунодефицит ауырыуҙары булған пациенттар өсөн иҫәпләнгән. Ҡымыҙ һәм климат кеүек төп дауалау факторҙарынан диета, «Йоматау» минераль һыуы, бальнеологик процедуралар (радон, йод-бром, ароматик, скипидар, ынйы, углекислый, дауалау душы, һыу аҫты массажы), физиотерапия каскад душлы дауалау бассейны, сауналар, массаж һ. б. ҡулланыла. «Йоматау» шифаханаһында клиник, биохимик, бактериологик лабораториялар, функциональ диагностика, теш дауалау кабинеттары һ. б. бар. Шифахана үҙендә махсус технология буйынса етештерелгән башҡорт ҡымыҙы менән дан ҡаҙанған. Ҡымыҙ оҫтаханаһында микробиологик лаборатория бар. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандарға ҡоро углекислый ванналар менән дауалау тәғәйенләнә[2].

Электр менән дауалау, ингаляторий, галокамера, парафин терапияһы, лазер терапияһы, кислород коктейле, психологик еңеллек килтереү, аэрофитотерапия, косметик массаж кабинеттары яҡшы йыһазландырылған. Шулай уҡ тренажер залы һәм дауалау-физкультура кабинеты һ. б. бар[3].

1934 йылда БАССР-ҙың 15 йыллығы исемендәге «Йоматау» шифаханаһы булараҡ асыла, 1938 йылдан алып хәҙерге исемен йөрөтә, 2002 йылдан — дәүләт унитар предприятиеһы[4].

1941—1944 йылдарҙа шифахана территорияһында 2577-се эвакуация госпитале урынлашҡан.

Заманында бында Лев Толстой, Антон Чехов, Марина Цветаева һәм Муса Йәлил ҡымыҙ менән дауаланырға килгәндәр. Сөнки ҡымыҙҙың матдәләр алмашыныуын яйлауы, окисланыу-тергеҙеү процестарын көсәйтеүе, нервыларҙы тынысландырыуы, аш һеңдереү, тын алыу ағзалары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын дауалауы билдәле[5].

«Йоматау» шифаханаһы — тын алыу, аш һеңдереү ағзалары һәм нервы системаһы ауырыуҙарын дауалауҙа махсуслашҡан климат-ҡымыҙ менән дауалау шифаханаһы, ә Йоматау ҡымыҙы һәм «Йоматау» минераль һыуы бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа юғары наградаларға лайыҡ булды.

Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың кешенең иммунитетын күтәреүен иҫбатланы. Ҡымыҙ составында биоактив матдәләр, В, РР, С, А, Е төркөмдәре витаминдары, микроэлементтар бар, һәм был матдәләрҙең барыһы ла, аҡһымдар менән бәйләнеп, яҡшы үҙләштерелеүенә булышлыҡ итә[6].

«Здравница» Бөтә Рәсәй форумдарында алтын миҙалдар менән (2004, 2006, 2007, 2009, 2010) бүләкләнгән[7].

Шифахана тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Баимбетов Л. Г. Санаторий Юматово. Уфа, 1982.