Ҡарасабан
Ҡарасабан | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ата һәм инә ҡарасабан, рис. А. Торбёрна[1] | ||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Melanitta fusca (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 141561 |
Ҡарасабан, ҡара өйрәк, торпан(рус. трупан) (лат. Melanitta fusca) —
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуна өйрәктәй. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Яҡшы сума. Муйынын, башын йыйыңҡырап йөрөй. Ата ҡоштоң ҡауырһындары ҡара, тик ҡанаттарындағы көҙгөләре генә аҡ. Ҡыҙғылт һары суҡышының төбө ҡалҡып тора. Инә һәм йәш өйрәктәрҙең дөйөм төҫө һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғына ҡарай ағара бара. Башҡа өйрәктәр менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы тоноҡ һәм тупаҫ: «ҡррааҡ-ҡррааҡ».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урмандарҙағы һәм тауҙарҙағы күлдәрҙә йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Ризыҡ артынан һыуға сумған саҡта, һыу аҫтына 10 метрғаса сума һәм бер минут тотҡарлана ала. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡтап китәләр. Башҡортотанда Талҡаҫ күлендә күпләп оялайҙар. Ите өсөн аулайҙар.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был төр Евразияның төньяғында һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ҡоштар бореаль (төньяҡ) ылыҫлы урмандарҙа, шулай уҡ тауҙағы күлдәрҙә оя ҡора. Урта бүлкәттәрҙә ҡышлайҙар. Рәсәй биләмәһендә - Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәрендә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рисунок из книги: Мензбир М. А. Охотничьи и промысловыя птицы Европейской России и Кавказа. 2 тома и атлас. М., типо-литография Т-ва И. Н. Кушнерев и Ко., 1900-1902.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |