Эстәлеккә күсергә

Атыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Атыш
Характеристика
Оҙонлоғо 11 км
Һыу ағымы
Тамағы Ләмәҙе
 · Координаталар 54°33′02″ с. ш. 57°17′34″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200612111100019379
Атыш (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
тамағы
Атыш Викимилектә

АтышРәсәй йылғаһы. Башҡортостан[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ләмәҙе йылғаһының уң ярына тамағынан 61 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км.

Башта ер өҫтөндә ағып килеп, Атыш аҡланын барлыҡҡа килтерә.Унан карст араһына һеңә һәм ер аҫтынан аҡҡанында Ағуй йылғаһы менән ҡушыла. Унан 3—3,5 километр үткәс ер өҫтөнә сығып Атыш шарлауығын барлыҡҡа килтерә. Артабан диаметры 20 метр һәм тәрәнлеге ун метрға тиклемге күл барлыҡҡа килтереп, шунан йылға булып ағып сыға. 200 м тирәһе ағып барғас Ләмәҙе йылғаһына барып ҡушыла.

Атыш йылғаһы ер аҫтына киткән урынды Атыш-Сумған тип атайҙар.

Йылғаның һыуы барлыҡ ер аҫты шишмәләре кеүек һәр саҡ +4 °C температурала тора.

Атыш шарлауығынан һәм Атыш мәмерйәһенән тыш, был йылға Заповедная мәмерйәһе менән дә данлыҡлы.Был мәмерйәлә 20 мәмерйә айыуының баш һөйәктәре табылған.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЭҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019379
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101937
  • Бассейн коды — 10.01.02.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1
  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Атыш.



Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ