Зигаденус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зигаденус
Зигаденус
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Тәртип: Liliales
Ғаилә: ләлә һымаҡтар
Ырыу: Зигаденус
Латинса исеме
= Z. glaberrimus

Зигаденус (лат. Zygadenus) — ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса 15 төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, 1 төрө Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер зигаденусы үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбашлы үҫемлек. Һабағы төҙ, ябай, 25—80 см бейеклектә. Япрағы таҫма һымаҡ, осло, төбөнә табан тарая, тамыр яны розеткаһына йыйылған. Сәскәһе аҡһыл йәшел, 6 тәрән бүлемле, горизонталь йәйелгән өлөшлө, оҙон сәскә һабында, шәмәхә төҫөндәге сәскә ҡолаҡсындары ҡуйынында урынлашҡан. Сәскәлеге — һирәк һепертке йәки тәлгәш. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә.

Үҫеү урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағайлыҡта, ылыҫлы-япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы һирәк урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡ араһында, ташлы битләүҙә һәм ҡоро болонда үҫә; Өфө яйлаһында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ өлөшөндә осрай. Составында алкалоидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек, ағыулы үҫемлек. Реликт, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.