Эстәлеккә күсергә

Һуҡыр сысҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һуҡыр сысҡан
Һуҡыр сысҡандар (Talpa europaea)
Европа һуҡыр сысҡаны (Talpa europaea)
ер өҫтөндә
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Talpidae Fischer-Waldheim, 1817


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  179962
NCBI  9373
EOL  8715

Һуҡыр сысҡан (лат. Talpa europaea) — Soricomorpha отряды һөтимәрҙәр ғаиләһендәге кимереүсе хайуан. Евразияла (63° төньяҡ киңлеккә тиклем), Төньяҡ Америкала (Канаданың көньяғынан төньяҡ Мексикаға тиклем) киң таралған. Ғәҙәттә, һуҡыр сысҡан ғаиләһе бер тирәлә йәшәй. Ә йырғысланған ерҙәре уларҙың йәшәү өңө генә түгел, һунар биләмәһе лә. Береһенең генә лә биләмәһе йөҙәр метрға етә.

Бөжәктәр ашаусы ваҡ һәм эре һуҡыр сысҡандың оҙонлоғо — 5 см-ҙан алып 20-гәсә. Ауырлығы иһә — 90-170 грамм. Тиреһенең бик үҙенсәлекле: йөнө бер яҡҡа ғына ятмаған, тура үҫкән. Был инде уға үҙе ҡаҙған ер аҫты юлдары буйлап алға ла, артҡа ла берҙәй хәрәкәт итеү мөмкинлеге бирә. Йәғни, ҡайһы яҡҡа хәрәкәт итеүенә ҡарап, уның йөнө шул яҡҡа табан ята. Был йәнлектең тәпәйҙәре көрәк һымыҡ киң һәм ҡыҫҡа, шулай ҙа бик көслө. Тырнаҡтары эре. Тәпейҙәренең алғылары арттағыларына ҡарағанда ла көслөрәк. Алғы тәпәйҙәренең табаны өҫкә ҡарап тора, тырнаҡтары осло. Тиреһенең йөнө ҡуйы, төҫө ҡуйы ҡара йәки ҡуйы һоро төҫтә. Күпме генә ер аҫтында йөрөмәһен, ул таҙа, йылҡылдап тора. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Башы ҙур түгел оҙонса, Оҙонса танауы һәм хәрәкәтсән мороно бар. Йелкәһе һиҙелмәй. Ҡолағы бик бәләкәй, һиҙелмәй. Һуҡыр сысҡандың исеменән үк уның яҡтылыҡты яратмағаны һиҙелә. Күреү һәләте үҫеш алмаған, шуға ҡайһы бер төрҙәрҙең күҙе тире менән ҡапланған. Еҫ һиҙеү һәм тойоу һәлете үҫешкән.

Баш һөйәге конус формаһында оҙонса. Бит осо һөйәге дуғаһы бик йоҡа. Тештәре 33-тән 44-кә тиклем. 7 муйын, 13—14 күкрәк, 5—6 бил, 5—6 һигеҙгүҙ, 8—27 ҡойроҡ умыртҡаһы бар. Ҡулбаш һөйәге киң һәм көслө. Был йәнлектәрҙең 20-гә яҡын төрө билдәле. Рәсәйҙә иһә өс төрлөһө йәшәй. Алтай, бәләкәй (малый) Кавказ. Ана шул 20 төр мәхлүктең ҡайһы берҙәренең күҙҙәре йоҡа ғына тире менән ҡапланған. Уларҙы, ысынлап та, һуҡыр тиһәң дә була. Ә беҙҙәгеләрҙең күҙҙәре бар, тик бәләкәй генә. Улар шулай уҡ яҡтылыҡтан ҡурҡа. Күҙҙәре ныҡлап күрмәгәс, аҙыҡты нисек табалар һуң? Был төр сысҡандарҙа тойомлау һәләте көслө.

Күпселек төрлө бөжәк, ҡусҡар, селәүсен менән туҡлана. Үҫемлектәр уларҙы бөтөнләй ашамай тиерлек. Бик һирәк кенә үлән һабағын, тамырҙарын ауыҙ итеүҙәре мөмкин. Ашауға талымһыҙ булыуҙары тештәренә лә бәйләнгән. Үҙҙәре бәләкәй генә булһа ла, тештәре бик үткер. 33—44-кә барып етә (теш һаны буйынса ла һуҡыр сысҡандың төрөн билдәләйҙәр).

Һуҡыр сысҡан бер йәшлек сағында уҡ бала таба башлай. Инәләре 4—5 аҙна йөклө йөрөй. Ғаиләһе бер тирәлә йәшәһә лә, күпселектә улар яңғыҙ йәшәргә ярата. Туй ваҡытында бергә булалар. Был март-апрель айҙарына тура килә. Инә һуҡыр сысҡан йылына бер тапҡыр 4—5 бала таба.

Был йәнлектең дошманы юҡ, тиһәң дә була. Ара-тирә ер өҫтөнә килеп сыҡҡандарында уларҙы төлкөләр, бесәйҙәр генә тотмаһа, әлбиттә. Кешеләрҙең биләмәһенә (баҡса, бесәнлек һәм башҡалар) эләккәндәренең дә ғүмере ҡыйылыуы бар/

Һуҡыр сысҡандарҙың файҙалы яғы ла бихисап. Улар ерҙе йырғыслап, берҙән, зыян килтерһә, икенсе яҡтан, уны өҫтәмә дымландырыуға (ҡыуыштарға һыу тула), йомшартыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ уларҙың, ер өсөн файҙалы булған ямғыр селәүсененән тыш, үҫемлектәр өсөн зыянлы төрлө ҡорттарҙың, ҡусҡарҙарҙың дошманы икәнен дә оноторға ярамай.

  • Бөйөк Британияла һуҡыр сысҡан аулаусы (кротолов) вазифаһы ла бар икән. Уның бар эше — һуҡыр сысҡан тотоу. Баҡһаң, мәхлүктәрҙең оя һәм һунар коридорҙарына яҙа баҫып, аттарҙың тояғы имгәнеүе, һыбайлының ҡолауы бар икән. Шулай уҡ футбол, гольф майҙандарын да күҙ ҡараһылай һаҡлай сысҡан аулаусылар.