Осар тейен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Осар тейен
Осар тейен
Ябай осар тейен
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Имеҙеүселәр
Отряд: Кимереүселәр
Ғаилә: Тейендәр
Суб-ғаилә: Осар тейендәр
Ырыу: Евразия осар тейендәре
Төр: Осар тейен
Латинса исеме
Pteromys volans
(Linnaeus, 1785)
Ареал
рәсем

Осар тейен[1][2], (Урыҫ.)белка-летяга[1], йәки летучая белка[1] (Pteromys volans) — кимереүселәр отрядының осар тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евразия урмандарында таралған. Башҡортостан Республикаһының бөтә биләмәһендә ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа осрай.

Тышҡы ҡиәфәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәүҙә оҙонлоғо 13—20 см, массаһы 160 г тирәһе. Төҫө ҡышын һоро, йәйен көрәнһыу төҫмөрлө асыҡ‑һоро, ҡорһағы аҡ төҫтә. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ. Башы йомро, күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡолағы ҡыҫҡа, суҡһыҙ. Алғы аяҡтары — 4, артҡылары 5 бармаҡлы, бөгөлгән осло тырнаҡлы; аяҡтары араһында йөн менән ҡапланған ҡабырға яҡ тире йыйырсаһы (осҡос яры) бар. Ҡойроғо йөнтәҫ, оҙонлоғо 14 см, һикергәндә руль ролен үтәй.

Көнитмеше һәм туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Полигам. Енси яҡтан 9—12 айҙа өлгөрә. Йылына 1 тапҡыр 2—4 бала тыуҙыра. 5—13 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә, һирәкләп көндөҙ әүҙем. Япраҡлы ағастарҙың (ҡайын, тал, саған, уҫаҡ, миләш) үренделәре, бөрөләре, ҡайһы берҙә ҡабыҡтары, бәшмәктәр, үләндәрҙең емештәре һәм орлоҡтары менән туҡлана. Ағас ҡыуыштарында һәм тейен ояларында, ҡайһы берҙә ҡая ярыҡтарында йәшәй;

Былар ҡыҙыҡлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Осар тейен — талпан энцефалитын, ялған туберкулёзды тыуҙырыусыларҙы йөрөтөүсе.
  • Ҡиммәтле тиреле йәнлек.

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. 5391 назв. Млекопитающие. — М.: Русский язык, 1984. — 352 с. — 10 000 экз.
  2. Полная иллюстрированная энциклопедия. «Млекопитающие» Кн. 2 = The New Encyclopedia of Mammals / под ред. Д. Макдональда. — М.: Омега, 2007. — С. 442. — 3000 экз. — ISBN 978-5-465-01346-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Осар тейен // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.