Эстәлеккә күсергә

Өкө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 143220
Bubo bubo bubo

Өкө, ҡолаҡлы ябалаҡ (рус. филин ) (лат. Bubo bubo) — ябалаҡ һымаҡтар отрядындағы йыртҡыс ҡош.

Ҡаҙҙан бәләкәйерәк тән ҡошо. Шым ғына оса. Башында ҙур ҡолаҡтары бар. Дөйөм төҫө һорғолт ерән, буй ҡара таптар, арҡыры нәҙек һыҙыҡтар менән биҙәлгән. Күҙҙәре ҡыҙғылт һары. Ҡуян ябалағынан төҫө, өкө ябалағынан ҙурлығы, башҡа ябалаҡтарҙан ҡо¬лаҡлы булыуы- менән айырыла.

Тауышы көслө: «ух-хуу» йәки үҙенсәлекле сырылдау.

Йәшәү урыны — урман, ҡайя таштар, упҡындар, мәмерйәләр. Ваҡ йәнлектәр һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош, һирәк оорай. Ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. 2—3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9