Йөклө күбәләк
Йөклө күбәләк | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Libelloides macaronius (Scopoli, 1763) |
||||||||||||||||||
Синонимы | ||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
|
Йөклө күбәләк[1][2] йәки сыбар йөклө күбәләк[3] йәки алтын сәсле күбәләк[2][4] (лат. Libelloides macaronius) — көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһе селтәр ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәк. Урта диңгеҙ реликты.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кавказ, Көнбайыш Себер, Урта Азия, [[Ҡаҙағстан[5]]], Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында таралған. Башҡортостан Республикаһында урман‑дала һәм дала райондарында осрай.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәүҙә оҙонлоғо 20 мм тиклем, ҡараңғы төҫтәге йөн менән ҡапланған. Ҡанаттары ярылы, алғылары — төбөндә һары төҫтә, өҫкө өлөшөндә үтә күренеүсән, йыуылған ҡараңғы төҫтәге таптар менән; артҡылары — һары төҫтә, төбөндә һәм осонда ҡараңғы биҙәк менән. Күҙҙәре бураҙна ярҙамында ике өлөшкә бүленгән. Мыйыҡтары оҙон, осонда суҡмар рәүешендәге бер аҙ киңәйгән. Енси диморфизм сағылмаған.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йомортҡаларын үлән һабаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары таштар йәки ҡойолған япраҡтар аҫтында йәшәй, ҡомло тупраҡта йомро ебәк ҡуҙыларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтың үҫеше 3 аҙна тирәһе бара. Өлкән бөжәктең осоуы июнь аҙағынан июлгә тиклем.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөжәк һәм уның ҡарышлауыҡтары — йыртҡыс, ваҡ бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары менән туҡланалар.
Иҫәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә бик һирәк осрай. Ҡаҙағстанда даими. Ҡырым ярымутрауында дала өлөшөндә йыш осрай.
Һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Красная книга СССР: Редкие и находящиеся под угрозой исчезновения виды животных и растений. Том 1 / Главная ред. коллегия: А. М. Бородин, А. Г. Банников, В. Е. Соколов и др. — 2-е изд. — М.: Лесная промышленность, 1984. — С. 278. — 392 с.
- ↑ 2,0 2,1 Кривохатский В. А. Бабочник золотоволосый (аскалаф пёстрый) // Красная книга Краснодарского края (животные) / науч. ред. А. С. Замотайлов. — 2-е изд. — Краснодар: Центр развития ПТР Краснодарского края, 2007. — С. 112—113. — 504 с. — ISBN 5—98630—015—3.
- ↑ Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 189. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
- ↑ Аннотированный перечень редких и находящихся под угрозой исчезновения видов беспозвоночных животных, особо охраняемых в пределах России // 2003* Россия* Красный список особо охраняемых редких и находящихся под угрозой исчезновения животных и растений. (2-й выпуск). Часть 2. Беспозвоночные животные (Бюллетень Красной книги, 2/2004 (2008)) / отв. ред. В. Е. Присяжнюк. — М.: Лаборатория Красной книги Всероссийского научно-исследовательского института охраны природы, 2004 (2008). — С. 287. — 512 с. — ISBN 978-5-9243-0158-7 Полный текст 2018 йыл 24 октябрь архивланған..
- ↑ Митяев И. Д., Ященко Р. В., Казенас В. Л. По страницам Красной книги Казахстана. — Алматы : «Алматы кітап» ЖШС, 2005. — 116 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брандт Э. К. Булавоуска // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)