Эстәлеккә күсергә

Радикулит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Радикулит
МКБ-10

M54.154.1

МКБ-9

729.2729.2

DiseasesDB

29521

MeSH

D011843

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «радикулит» мәҡәләһе бар
Радикулит

Радикулит — (лат. radicula — тамырса), арҡа мейеһе нервылары тамырсаларының зарарланыуы сәбәпле ваҡыты менән көсәйә торған хроник ауырыу.

Ауыртҡан урынына бәйле бил‑һигеҙгүҙ, муйын‑күкрәк һәм муйын радикулитына айырыла.

Остеохондроз, тыумыштан килгән үҫеш кәмселектәре, умыртҡалыҡтың травмалары, эске ағза ауырыуҙары, периферик нервы системаһында, һөйәк‑бәйләүес аппаратында шештәр һ.б.

Зарарланған тамырсалар тупланған урында ауыртыу, умыртҡалыҡтың хәрәкәтләнә алыуының сикләнеүе, һиҙеү‑тойоуҙың һәм хәрәкәттең ҡаҡшауы (йышыраҡ аяҡ‑ҡулдарҙың дисталь бүлектәрендә). Диагностика өсөн нейроортопедик методикалар, нейровизуализация тикшеренеүҙәре (рентгенография, компьютер һәм магнит‑резонанс томографияһы), электронейромиография һ.б. ҡулланыла.

Медикаментоз (ауыртыуҙы баҫа торған, спазмолитик, нестероид шешеүгә ҡаршы препараттар, анестетиктар файҙаланып блокаданың паравертебраль һәм башҡа төрҙәре), физиотерапия, энә‑рефлекс, бальнео- һәм мануаль терапия, дауалау физкультураһы, ортездар кейеп йөрөү. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: табан парезы, янбаш ағзалары функцияларының боҙолоуы һ.б.

Кәүҙәне дөрөҫ тотоу, умыртҡалыҡҡа кәрәк тиклем физик нагрузка биреү, хеҙмәт һәм ялды рациональ алмаштырып тороу. Башҡортостанда радикулит ауырыуы проблемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 40‑сы йылдарынан башлап Өфө медицина университетында алып барыла.

Радикулит // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.