Туҡтамыш Ишбулатов
Туҡтамыш Ишбулатов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Барҙы ауылы, Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы) |
Вафат булған көнө |
иртәрәк1777 |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
мәғдән сәнәғәтсе |
Туҡтамыш Ишбулатов (1730—?) — Уложенная комиссия (1767—1768) депутаты.
Мәғдән сәнәғәтен етәкләүсе ҙур шәхес, 20 йыл тиерлек башҡорттарҙың иң күп халыҡлы, иң алдынғы Ғәйнә өлкәһе старшинаһы була. Өфө провинцияһы башҡорттарының наказдары авторы. Башҡортостандың Рәсәйгә ингәндән алып XVII быуатҡа тиклемге тарихын һәм закондарын үҙләштергән. Башҡорт һәм рус телдәрендә уҡый-яҙа белгән. Наказдарҙы ул рус телендә әҙерләгән.
Өфө дворяндары башҡорт ерҙәренә дәғүә иткәндә: «Башҡорт ерҙәрен талау етер һеҙгә! Һеҙ шул тиклем күп таланығыҙ, хатта, башҡорттарҙың үҙҙәренә ер ҡалманы», — тип белдерә. Күҙ алдына килтерегеҙ: XVIII быуат, Екатерина Икенсе заманы. Ниндәйҙер башҡорт, Петербургка килеп, шулай сығыш яһаһын әле!
Өфө сауҙагәрҙәре Өфө провинцияһында сауҙала монополияға эйә булыуҙы талап иткәндә: «Һеҙ Өфөнө хеҙмәтләндереп өлгөрмәйһегеҙ. Бер генә рус сауҙагәре лә беҙҙең Ғәйнә өлкәһенә килеп етә алғаны юҡ. Үҙебеҙҙең хужалыҡ продукттары менән үҙебеҙгә сауҙа итергә рөхсәт бирегеҙ!» — тип шарт ҡуя.
1836 йылдың 11 февралендәге Указ менән башҡорт старшиналарын күҙәтергә мишәр писарҙарын ҡуялар. Ошо ваҡиғанан һуң 30 йыл үткәс, Туҡтамыш Петербургтағы Дума бинаһында былай тип сығыш яһай: «Беҙҙең, башкорттарҙың, үҙебеҙҙең уҡымышлы кешеләребеҙ етерлек, беҙгә башҡорт писарҙарын ҡуйығыҙ, башҡорт старшиналарын күҙәтеп, провинция канцелярияһына ошаҡлау етер».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан календары 2006 йыл. Тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтиндың сығышынан
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолбахтин Н. М. Туҡтамыш Ишбулатов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.