Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 3 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Стәрлетамаҡ
Вафат булған көнө 18 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Инженерлыҡ эше
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы Дан ордены

Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы (3 сентябрь 1920(19200903) — 18 сентябрь 1999, Өфө) — совет тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1980).

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы 1920 йылдың 3 сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан[1].

1951 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

1951 йылдан башлап «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында өлкән инженер, промысла мөдире булып эшләй.

Ишембай нефть техникумында уҡыта[2].

1960—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында эшләй:

  • 1960 йылдан өлкән инженер вазифаһында эшләй;
  • 1965 йылдан — лаборатория мөдире;
  • 1983 йылдан — сектор мөдире;
  • 1986 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың термик ысулдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү менән бәйле. Термик ысулдарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген Арлан нефть ятҡылығында һәм Ишембай нефть ятҡылығында өйрәнә.

Йәүҙәт Әхәт улы Мостаев 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыу авторы булып тора.

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Применение тепловых методов в добыче нефти, Уфа: Башкнигоиздат, 1967

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 3-сө дәрәжә Дан ордены (1944)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)[3]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974)
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978)
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1980)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Подвиг народа
  2. Нефтяные кадры для республики — 24 Августа 2013
  3. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 24.04.1985 «О награждении медалью „Ветеран труда“ трудящихся Советского района города Уфы»

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Временное руководство по ускоренной методике гидродинамических исследований скважин [Текст] / Гос. производ. объединение «Башнефть». Башк. гос. науч.-исслед. и проектный ин-т нефт. пром-сти. (БашНИПИнефть). Отд. науч.-техн. информации. — Уфа : [б. и.], 1973. — 18 с. : ил.; 20 см. На обороте тит. л.: сост. канд. наук Мустаев Я. А., Бикбаев И. М., Кубагушев Н. Г. и инж. Филончев А. И.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]